

Ир-егет, ғәҙәттә, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләп бармай. Көслө зат вәкиленең булмышы шулай. Тик тормошта хатта һынмаҫ күренгән кешеләрҙе лә ҡайғы-хәсрәткә, яҙмыш һынауҙарына дусар иткән хәлдәр була.
Баҫмабыҙҙа төрлө яҙмыштар хаҡында йыш яҙабыҙ. Уҡыусылар үҙҙәре лә фекерҙәрен еткергеләй. Күптән түгел гәзиттә донъя күргән мәҡәләләрҙе даими уҡып барған бер көслө зат вәкиленең үҙ яҙмышы хаҡында яҙып ебәреүе уйға ҡалдырҙы. “Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәйеше тураһында йыш бәйән итәһегеҙ. Әйтерһең дә, уларҙың ғаилә тормошо килеп сыҡмаһа, барыһына ла беҙ генә ғәйепле. Йәнәһе, әсәйҙәр үҙҙәре генә балаларын баға. Ә бына мин улымды яңғыҙым тәрбиәләйем. Кем быға ғәйепле? Уҡығас, үҙегеҙ ошо һорауға яуап табырһығыҙ”, – тип башлаған ул хат юлдарын.
“Ҡатыным эшен юғалтҡас, ғаилә “карабы” сайҡала башланы. Альбинаның* балабыҙ хаҡында хәстәрлек күреү, өй мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеү урынына көндәр буйы ҡайҙалыр сығып юғалыуҙары йышайҙы. Был ҡылығын яңы эш урыны эҙләү менән аңлатты, йәнәһе, әңгәмәләшеүҙәргә йөрөй. Шулай итеп, бер нисә ай үткәс, уны ҡала паркында таныш булмаған ир менән тап иттем. Ҡатыным, ошо уҡ көндә әйберҙәрен тиҙ генә йыйып, өйҙән сығып китте. Ә балабыҙ был ваҡытта ауылда олатаһы менән өләсәһе янында ине. Ярай әле Булатым был хәлдең шаһиты булманы. Юғиһә әсәһенең беҙҙе ташлап китеүен күреү үтә ауыр булыр ине.
Атай-әсәйемдәге улымды Өфөгә алып килеү өсөн бер үҙем ҡайттым. Юл буйы уйландым. “Алты йәшлек улыма был хәлде нисек аңлатырға? Нисек кенә яҡындарыма ҡатынымдың үҙемде ташлап китеүен әйтергә? Артабан нисек йәшәргә?” тигән һорауҙар мейемде туҡтауһыҙ телгеләне.
Ауылға ҡайтҡас, Альбинаның, ике тапҡыр ғына шылтыратып, улының хәлен белешкәне асыҡланды. Был уның вайымһыҙлығын тағы бер тапҡыр асып һалды. Ошо ваҡытта үҙем өсөн аныҡ ҡарар ҡабул иттем: улымды үҙем генә тәрбиәләйәсәкмен...
Баш ҡалалағы фатирға ҡайтҡас, улым әсәһен туҡтауһыҙ көттө. Ошо хәлдең килеп сығыуында ул үҙен ғәйепләне. “Әгәр мин өйҙә булһам, әсәйем беҙҙән китмәҫ ине”, – тип йыш ҡына ҡабатланы...
Йылға яҡын ваҡыт үткәс, магазинға барғанда элекке ҡатынымды бәпес күтәреп барған килеш осраттыҡ. Ошо ваҡытта улым биргән һорау әле һаман онотолмай. “Әсәйем мине ошо бәпескә алмаштырғанмы?” – тине ул. Бына ошо осрашыуҙан һуң Булатым әсәһенән бөтөнләй төңөлдө. Тегенеһе лә улының хәлен телефон аша бик һирәк белештерә ине...
Был хәлдән һуң үҙем дә бик ныҡ үҙгәрҙем. Дуҫтарым, яҡындарым, таныш-белештәрем ҡатын-ҡыҙ менән таныштырырға теләй. Тик мин ҡурҡам. Сәбәбе – улымдың йөрәген тағы бер тапҡыр яралағым килмәй. Хәҙер ул – минең йәшәү мәғәнәм. Һәр көн тик уның өсөн тырышам. Мине ошондай хәлгә тарығандар ғына аңлай алыр, моғайын...”
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.
- А НИЗАМОВА