

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан Гөлзифа Мөнир ҡыҙы Ханафинаны эҙләйҙәр. Уның 31 августан алып ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.
Билдәләре: буйы - 160 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре ҡара, һоро күҙле.
Юғалған көндә ҡыҫҡа фирүзә төҫөндәге куртка, аҡһыл кроссовка һәм сирен төҫөндәге шапка кейгән булған.
Гөлзифа Ханафина тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы 8 (937) 3-102-112 йәки 112 телефондарына шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.
Шулай уҡ ҡыҙҙы эҙләү өсөн ирекмәндәрҙең ярҙамы талап ителә.
Гөлзифаның имен-һау табылыуына ышанабыҙ һәм тиҙерәк туғандары янына ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ"