

1 сентябрҙә Президент Владимир Путин "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһына ярашлы булдырылған "Сенеж" идара итеү оҫтаханаһында "Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеү" тигән асыҡ дәрес үткәрҙе. Ул уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар, халыҡ-ара олимпиадалар һәм конкурстар еңеүселәре менән аралашты.
Улар араһында Башҡортостандан 10-сы класс уҡыусыһы Ризуан Ғатауллин да бар ине. Ил етәксеһе менән осрашыу мөмкинлеген егет "Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте" вәкиле һәм әүҙемсеһе, "Белем" Рәсәй йәмғиәте лекторы һәм "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" президент платформаһы вәкиле булараҡ яулай.
Бөгөн Ризуан тыуған ҡалаһы Туймазыға ҡайтты, тимер юл вокзалы платформаһында уны ирекмәнлек эше буйынса иптәштәре һәм класташтары ҡаршы алды.
Ризуан президент менән осрашыуҙың нисек үтеүе тураһында һөйләне.
– Тәүҙә тулҡынландым, әлбиттә, бының ысын икәненә ышанырғамы, ышанмаҫҡамы тигән кеүегерәк. Мин Путинды телевизорҙан күп күрҙем, уның сығыштарын тыңланым, һәм бына ул янда, күрешергә ҡулын һуҙа, - тине ул. - Әммә ул шул тиклем тыныс һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә булды, мин үҙемдең бурыстарымды, проектымды иҫемә төшөрҙөм, артабан тыныс ҡына эшләнем.
Ризуан башҡа балалар менән бергә "Мөһим нәмәләр тураһында әңгәмә" дәресендә ҡатнаша, бергәләп Владимир Путинға төрлө һорауҙар бирәләр. Үҫмер, бер нисә проекттың башлаусыһы булараҡ, Президенттан нисек ысын лидер булырға, нисек кешеләрҙе артыңдан эйәртергә кәрәклеген һорай.
– Ул, һәләт ваҡыт үтеү менән килә, тип яуапланы. Ә тәбиғәтең менән лидер булһаң, был ғүмергә һинең менән ҡаласаҡ, - тип һөйләй егет.
Мәскәүҙә Ризуан Президент Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко менән дә осрашҡан. Ул егеткә "Һандар аша" дистанциялағы шахмат клубы проектын үҫтереүҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирә, уны Туймазы уҡыусыһы былтырҙан алып бара.
- Инәйем коррекцион балалар баҡсаһында эшләй. Бер көндө мин уның эшенә килдем һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға сәләмәт тиҫтерҙәре менән аралашыуы ауырыраҡ икәнен күрҙем, - ти Ризуан. – Уйлап алдым да, уларға кешеләр менән аралашыуҙы уңайлыраҡ итергә ярҙам итергә булдым. Шахматты һайланым, сөнки ул аҡыл һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ә хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән балалар ҡыйынлыҡтар кисермәһен өсөн, дәрестәрҙе дистанцияла ойошторорға булдым. Уҡыуҙың тәүге йылын Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ гранты иҫәбенә үткәрҙек. Был эште быйыл да дауам итәсәкбеҙ. Илебеҙ лидеры менән осрашыу миңә көс һәм дәрт өҫтәне, - ти егет.
"Туймазы хәбәрҙәре" (русса) гәзите сайтынан - tuvest.ru - алынды.
Рәүилә Ғатауллина тәржемәһе.