Йәмғиәт
3 Сентябрь 2023, 10:00

"Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?"

Күренекле шағирәбеҙ Тамара Искәндәриәнән матур яҙма уҡығыҙ.

"Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?""Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?"
"Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?"

Бөгөн илебеҙҙә Нефть һәм газ сәнәғәте эшсәндәре көнө билдәләнә. Был ике һөнәр Рәсәй өсөн үтә мөһим, өлкәлә меңәрләгән кеше эшләй. Әлеге бай тәбиғәтебеҙ биргән байлыҡ Ватаныбыҙ ҡаҙнаһын ғына тулыландырмай, ә бихисап ғаиләләрҙе туйындыра, тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡортостаныбыҙҙа ла, һәр ғаиләлә булмаһа ла, байтағының йә атаһы, йә улы Себерҙә вахтала тап ошо сәнәғәт өлкәһендә тир түгә.
Күренекле шағирәбеҙ Тамара Искәндәриә лә (Юлдашева) – вахтасы ҡатыны. Ана, Хисмәт ағайға тәмле ҡоймаҡтарын ҡойоп, һөнәри байрамы менән ҡотлап матур яҙма ла ҡалдырған ул интернет селтәрендә.

"Вахтасы нефтсе ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле иртән тороп? Бөгөн бит ирҙәребеҙҙең, нефтселәрҙең, байрамы!

Тормош иптәшем 17 йыл Себер тарафтарында, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, йәйге себен-серәкәйле, ләпәкле һаҙлыҡтарҙа нефть сығарыу, эшкәртеүҙә көс түкте. Ирҙәребеҙ, ғаиләмде ҡарайым тип, вахта менән эшләһә, беҙ ҙә бында иңебеҙгә барыһын да күтәреп, вахта менән донъя көттөк.

Хисмәтулланы ошо байрамы менән ҡотлап бына ҡоймаҡ ҡойҙом әле. Уның бер шиғырында:

"Унда, өйҙә, бәлеш бешкән,
Билғау төшкән", –

тигән һүҙҙәр бар. Ул башҡасараҡ яңғырай ине әле: "Унда өйҙә бәлеш бешкән, ыштан төшкән" тиелгәйне, мин "билғау"ға төҙәттерҙем. Баҡһаң, ул вахтасыларҙың өйҙәге бәхет, иркенлек тураһындағы хыялы икән, үҙенсә лаҡап булып һөйләштәрендә формалашҡан.

Ныу, бөгөн иртән ҡоймаҡ булһа ла булһын, эйе бит? Бәлеште, бәлки, кискә бешерербеҙ, шулаймы?

Нефтселәр көнө менән, вахтасылар һәм уларҙың ҡатындары! Һеҙ ғәйәт ҙур йөк алғанһығыҙ иңдәрегеҙгә, тормошоғоҙ матур булһын, һаулыҡ һеҙгә!" - тип яҙған Тамара Юлдашева һәм тормош иптәшенең шиғырҙарын ҡуйған.

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВ

ҠАЙТЫУ

Ҡар өйөрөп иҫә сасҡау елдәр
Вокзал алдындағы майҙанда.
Себер тулып ирҙәр йөрөгәне
Күренәлер хатта Айҙан да.

Айырылғайныҡ оҙаҡ ваҡытҡа,
Йыраҡ булды беҙҙең арабыҙ.
Аэропорттар, вокзалдар тулып
Себерҙәрҙән ҡайтып барабыҙ.

Һеҙ ҡарағыҙ, әле ҡарағыҙ —
Бармы икән күңеле яраһыҙ?
Ут өйөрмәләрен үткән ирҙәр
Ҡатындарға ҡайтып барабыҙ.

СЕБЕР ЕЛЕ

Иҫә генә, киҫә генә...
Иҫкә алдым кисә генә:
Кем ҡәберҙә, кем Себерҙә,
Кем һыйынған бисәһенә,
Кем — башҡалар иҫәбенә...

Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә, иҫә генә.
Йөрө, тине, иҫән генә,
Йәнкиҫәгем — бисәм генә.

Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә, киҫә генә.
Йөрәккәйен киҫеп йөрөр,
Йөрәккәйен киҫеп бирер
Беҙҙең кеүек ирҙәр генә..


ҮҘ ҺҮҘЕМӘ БАРЫП ЕТЕП

Хәйерселек — сәнскәк селек
Һелтәмәҫтән һеперткеһен,
Ебек булмай, егет булһаң,
Был заманда Себер китмәй,
Тағы ҡайҙарға китерһең?
Ултыра ла алмам инде
Йылы урын йырын йырлап.
Миңә ярар битлек тә юҡ,
Табып булмаҫ уны юллап.
Аҡсам булһа бер «Вермутлыҡ»,
Ҡылһам ҡылам тик бер мутлыҡ.
Битлек миңә нимәгә ул —
Ҡылыр өсөн бит ул этлек.
Тыуған ерҙән Себер китеп
Кейҙем быйма, кирза итек.
Кейһәм, кейҙем һыуыҡтарҙа
Бит туңдырмай торған битлек.
Һаҙлыҡ серегенән сығып
Серәкәй сиреүе шашһа,
Һөҙөп һуланым һауаны
Селтәрле лә битлек аша.
Күҙ алдарым асыҡ ҡалды
Һәм мин ерҙә баҫып ҡалдым.
Ауыр ине... Ауыр инем —
Тойҙом дуҫтар яу(ы)рынын.
Бергә туңдым, бергә уңдым,
Ер быраулаусы дуҫтарым:
Башҡорттарым, татарҙарым,
Сыуаштарым, урыҫтарым.
Туң һаҙлыҡтарҙың өҫтөндә
Шәре сығып ятҡан ерҙәр
Тик нефтле генә булһын —
Ашатыр ҙа, кейҙерер ҙә...
Ҡайтып киләм тыуған ергә,
Йыраҡ Себерҙәргә китеп.
Ҡайтып киләм ана шулай
Үҙ һүҙемә барып етеп,
Үҙ-үҙемә барып етеп...

ВАХТОВИКТАР ПОСЕЛОГЫНДА

Ҡайтып килә ирҙәр эштән:
Буровойҙан, төҙөлөштән.
Юл ситендә йәш ҡайындар
Мунсағаса теҙелешкән.

Миндек эҙләп йөрөйһө юҡ,
Йолҡабыҙ йәш ҡайындарҙы.
Эшләү, йоҡлау, ашап алыу -
Шунан башҡа ҡайғы бармы.

Аҙнаһына бер булһа ла,
Рәхәт инде мунса төшһәң.
Өй иҫкә төшһә, унда гел
“Бәлеш бешкән, билғау төшкән”…

Башҡа ергә ҡарағанда
Башҡортостанда тик яҡшы.
Ни өсөн һуң улай булғас —
Себер тулы гел яҡташым.

Ҡайтып килә ирҙәр эштән,
Буровойҙан, төҙөлөштән.
Бында юҡ тауыш бүлешкән,
Бында гел тауыш көлөшкән.

ҠЫРЫҪ ЯҠТА

Тыуған ерҙә тарып йөрөгәнсе
Хәйерселек тигән йәбергә,
Аяҡ тартмаҫ борон ҡәбергә —
Сығып китә ирҙәр Себергә.
Ағастар гел ылыҫ, ҡырыҫ яҡта
Милләтемдең аҫыл ирҙәре.
Туңған ерҙә уңа, тыуған ерҙә
Килешмәгән ҡайһы ерҙәре?
Ер яралған дәүер ҡатламдарын,
Уятҡандар Себер киңлеген.
Уйламайҙыр тик үҙҙәрен генә,
Уйлайҙарҙыр илдең көрлөгөн.
Һынай заман кемдең кемлеген.
Тыштан ғына һалҡын күренә ул,
Себер ере — эстән ут-ялҡын.
Һаҙлыҡтарға батып, туңып-ҡатып
Йөрөһәң дә, Себер — үҙ, яҡын.
Тыуған ерҙә арып йөрөгәндә
Тамаҡ ялына ла эш тапмай,
Атайлығын ирҙең, ирлеген дә
Себерҙәрҙә түккән тир һаҡлай,
Себерҙәрҙә түккән тир яҡлай.

СӘНСКЕЛЕ ЙОНДОҘ

Тышта — Себер сатламаһы,
Ер түгел, тимер сатнай.
Тәҙрәм өлгөһөн бер йондоҙ
Эй кинәнеп сыймаҡлай.

Сатнатып ҡына ебәреп,
Тишеп кенә инә бит.
Тәҙрәм өлгөһөн бер йондоҙ,
Эй сыймаҡлай кинәнеп.

Күҙгә төшкән сүп кеүек ул,
Яраға төшкән ул тоҙ.
Тәҙрәм өлгөһөн сыймаҡлай
Сәнскеле шул йондоҙ.

Яҙма һәм фотолар - шағирәнең шәхси сәхифәһенән.

"Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?"
"Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?"
"Вахтасы ҡатындары, ҡоймаҡ ҡойҙоғоҙмо әле?"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас