Йәмғиәт
4 Сентябрь 2023, 02:00

Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!

Ә унда экскурсияға барырлыҡ, йәмле тәбиғәт ҡосағына сумырлыҡ урындар етерлек!

Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!

 

"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" проекты сиктәрендә көйөргәҙеләр өсөнсө йыл район маршрутын ғәмәлгә ашыра.

 Саралар комплексы һаулыҡты нығытыуға, әүҙем, сәләмәт һәм ыңғай йәшәү рәүеше алып барыуға йүнәлтелгән. Бында быйыл агротуризм, тарих, сәләмәтлек, тәмле туризм йүнәлештәре бар.  Район хакимиәте башлығы Данил Акилов әйтеүенсә, йыл да маршрут үҙгәртелә.

“Эшҡыуар Владимир Бузаевтың дарыу үләндәре әҙерләү процесы, тән тиреһен тәрбиәләү өсөн гидролата әҙерләү барышы уларға бик оҡшаны. Шәхси эшҡыуар Сәмерхан Искәндәровтың Яңы Отрада туристик базаһында ял итеп, тамаҡ ялғап алғас, катамаранда йөҙҙөлләр. Артабан Яңы Морапталда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музейҙа  арҙаҡлы яҡташтарҙың тормошо менән танышты. Сара аҙағында сәйәхәтселәр Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативына ойошторолған экскурсияла Чехиянан килтерелгән һауын малын, заманса техниканы ҡаранылар”, - ти Данил Зиннәт улы.

Хаҡлы ялдағы сәйәхәтселәр Көйөргәҙе районының тарихын иҫкә төшөрөргә, хозур тәбиғәтендә ял итергә уңайлылыҡ тыуҙырған өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Көйөргәҙеләр үҙҙәрендә ял итә!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас