

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙе тикшерҙеләр.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова 4 сентябргә тармаҡтың ҡышҡа әҙерлеге 94 процент тип хәбәр итте. 12 мең күп фатирлы йортта йылытыу системаларын йыуғандар һәм гидравлик һынауҙар үткәргәндәр. Өс мең күп фатирлы йортта торбаларҙың йылылыҡ изоляцияһын тергеҙгәндәр, тағы бер меңендә дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары ремонтланған.
Бынан тыш, 22 йортта йылытыуҙың эске системалары тулыһынса алмаштырылған. 26 күп фатирлы йорттоң фасадтары йылытылған, 25 йортта ошо эш дауам итә.
Ирина Голованова билдәләүенсә, йылытыу миҙгеле башланғандан алып Әлшәй районының Раевка, Нуриман районының Ҡыҙылъяр һәм Павловка ауылдарында, Белорет районының Олойылға ауылында һәм Красноусолда яңы ҡаҙанлыҡтар эшләй башлаясаҡ.
– 10 сентябргә һауаны ташлап ебәреү буйынса тейешле эш башланғас, таҙартылған һыу менән йылытыу системаларын тултырырға кәрәк, – тип өҫтәне Ирина Голованова. – Ә 15 сентябргә муниципалитеттар ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспорттарын тапшырырға тейеш.
Йылытыу миҙгеле барышында авария булған осраҡта республикала 370 тергеҙеү бригадаһы формалаштырылды, был 2,3 мең белгес.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә һалҡын һауа торошо башланыу менән йылытыу системаһын ебәреүҙе контролдә тоторға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.