Йәмғиәт
5 Сентябрь 2023, 05:06

Һигеҙ йәшендә шөғөлгә өйрәнгән.

Ейәндәрен дә балаҫ һуғырға өйрәтергә йыйына.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Иҫке Аҡҡолай ауылынан Зөлфиә Бикбулатованың оҫталығын ҡул эштәренә ҡарап та билдәләп була. Мәрйендән яһалған әйберҙәренә, һуғылған балаҫтарына һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел. “Атаһына ҡарап уҡ юнған, әсәһенә ҡарап тун бескән” тигәндәй, Зөлфиә Хәлиулла ҡыҙының был һөнәрҙе үҙ итеүенә әсәһенең, апайҙарының балаҫ оҫталары булыуы ла булышлыҡ иткән.

– Әсәйем 90 йәшенә тиклем балаҫ һуҡты. Һигеҙ йәш сама­һында эргәһендә ҡарап йөрөп, балаҫ нескәлектәренә өйрәнеп киттем. Уның ҡул эштәре Санкт-Петербург, Саранск, Өфө, Ташкент һәм башҡа ҡалаларға ла таралды. Әсәйемдең эшһеҙ ултырғанын хәтерләмәйем. Бер йылда Санкт-Петербург ҡалаһы­на апайым янына барғанда ла, шунда станок ҡорҙороп, бер нисә балаҫ һуғып ҡайтты. Ул бар яҡлап беҙгә егәрлелек өлгөһө булды.

2016 йылда Раевкала балаҫ фестивалендә ҡатнаштыҡ. Шунан һуң был шөғөлгә ҡыҙыҡ­һыныуым тағы ла көсәйҙе. Балаҫ һуғыу станогын да үҙем эшләп алдым. Таҡта алып ҡайтып, кәрәгенсә бысып, тишеп, ҡора­мал килтереп сығарҙым. Әле балаҫтарымды шунда һуғам. Каникулға ҡайтҡан ейәнсәрем менән ейәнемдең дә балаҫ һуғырға өйрәнергә теләге ҙур. Уларҙы ла өйрәтәһем бар әле, – ти йылмайып Зөлфиә Хәли­улла ҡыҙы.

Зөлфиә Бикбулатова ошо ауылда тыуып үҫһә лә, байтаҡ ҡына бүтән төбәктәрҙә йәшәй, Мәләүез ҡалаһында заводта хеҙмәт итә. Хаҡлы ялда иһә күңеле төшкән шөғөлгә ваҡыты ла иркенәйә. Уның һәр эше үҙенсә күркәм, буй балаҫтарын да, аҫалыларын да һуға. “Аҫалыны һуҡҡанда биҙәктәрен яһау ҡатмарлыраҡ, ә буй бала­ҫын эшләү өсөн көс нығыраҡ кәрәк”, – тигән фекерҙә ул.

– Ваҡыт иркен булғанда бер балаҫты 15–20 көндә һуғам, ләкин йәйгеһен ваҡыт бик эләкмәй, – ти оҫтабикә.

Әсәһе 98 йәшенә тиклем уның ҡарауында була. Ғәзиз кешеһе яҡты донъянан киткәс, яңы шөғөлдө үҙ итә– мәрйендән төрлө әйберҙәр яһай башлай.

– Ҡул эшенә тотонһам, күңел тыныслана. Мәрйендән эшлән­гән был эштәрҙе бүләккә лә бирәм, – ти Зөлфиә апай.

Әлшәй уңғанының эштәре төрлө конкурстарҙа ла баһалан­ған. Быйыл республика балаҫ фестивалендә буй балаҫы менән Гран-при яулаған. Унда ул оҫталыҡ дәресе лә күрһәткән.

Балаҫ һуғыу менән генә сикләнмәй уның һөнәре. Элеге­рәк шәлде лә күп бәйләгән.

– Көҙҙән алып яҙға тиклем 20–25-әр шәл бәйләй торғайным. Уларҙы Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауатҡа алып барып һаттым. Мәктәптә уҡыған сағында өлкән ҡыҙым да ярҙам итте. Ял көнөндә бер шәл ситен бәйләп бөтә ине. Өс ҡыҙымдың иң өлкәненең балаҫ эшен дауам итергә дәрте лә ҙур. Быуындан-быуынға күсә килгән шөғөл юғалырға тейеш түгел, тигән фекерҙә ул.

Йәш быуында ҡыҙыҡһыныу булғанда, Дим буйы биҙәктәре киләсәктә лә юғалмаҫ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас