Йәмғиәт
5 Сентябрь 2023, 05:12

Һикһәндә лә егеттәр кеүек

Табип, ғалим Тәлғәт Зөлҡәрнәев әле лә сафта.

Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә, 1943 йылдың 1 сентябрендә, Әбделмәмбәт ауылында бер малай донъяға килә. Ил өҫтөн ҡайғы-зар болото ҡаплап алғанда уларҙың йорт эсе нурға тула, бәләкәй генә ғаилә ысын мәғәнәһендә оло шатлыҡ кисерә. 1928 йылғы өлкән ҡыҙҙарынан һуң тыуған балалары үлеп тик торғас, был малайҙың ғүмере өсөн ата-әсәһе бик ныҡ хафалана. Йәшәйһе ғүмере, ейер ризығы булғанға, аслыҡ-ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сабый йәнтәслим йәшәргә ынтыла.

Атаһын фронтҡа алмайҙар, хеҙмәт армияһына саҡыралар. Әсәһе, апаһы менән бәләкәй Тәлғәт бөтә ил күргән ыҙа-михнәттәрҙе татып, Бөйөк Еңеүҙе көтөп ала.

Нәҡ уның быуыны бәхетенә Әбделмәмбәттә ете йыллыҡ мәктәп асыла. Ә артабан Тәлғәт Урал мәктәбендә белем ала. Уҡыуға һәләтле үҫмер VIII кластан һуң мәктәпте ташлай. “Ошо белемем дә етер, артабан эшләргә кәрәк”, – тип өлкәндәрсә ҡарар итә. Ата-әсәһе лә ыңғайына ҡуя – эшләп ҡараһын. Киров исемендәге колхозда таш сығара, төҙөлөштә, һарыҡсылыҡта эшләй, төнөн тракторсы ярҙамсыһы булып йөрөй.

Хеҙмәткә башкөллө егелгән оҙон бер йыл егеттең тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртә – уҡырға кәрәк! Шул теләк менән йәнә парта артына ултырған Тәлғәт тырышып һабаҡ ала һәм урта мәктәпте уңышлы тамамлай. Урал мәктәбенең тәүге алтын миҙалсыһы була.

– Иптәштәрем Өфө, Магнитогорск ҡалала­рындағы ауыл хужалығы, тау-металлургия институттарына инеү тураһындағы хыялдары менән уртаҡлашҡанда һаман икеләнеү алдында инем. Тормош йәнә үҙе юл күрһәтте. Ауылыбыҙға ваҡытлыса практикаға килгән шәфҡәт туташы күҙемде асты. Табип булам тигән ниәт менән 1961 йылда Башҡорт дәүләт медицина институты студенты булып киттем, – тип һөйләй Тәлғәт Рәхимйән улы.

Алты йыл уҡыу осоронда хирург булыу ҡарарына килә, тәүге операцияларын яһай. Йүнәлтмә буйынса Байым, Йәнгел йәки Ташбулат участка дауаханаларының береһенә тип тыуған районына эшкә ебәрелә. Был ваҡытҡа ул ғаилә ҡамыты кейергә әҙерләнә, буласаҡ тормош юлдашы менән ЗАГС-ҡа ғариза биргән булалар. Әммә кәләшендә ауылға ҡайтыу бер ҙә шатлыҡ хистәре уятмай. Шуға күрә йүнәлтмәһен тотоп үҙәк район дауаханаһына килгән Тәлғәт Зөлҡәрнәев баш табипҡа, мине райүҙәктә ҡалдырығыҙ – тырышып эшләйәсәкмен, ауылға ебәрһәгеҙ – ҡасып китәсәкмен, тип тураһын әйтә.

Баш табип Әнисә Әхмәт ҡыҙы Сәғитова йәш белгестең ыңғайына тора. Өс ай эшләгәс, хирург Зөлҡәрнәевте район башҡарма комитеты рәйесе С.Ғ. Ишбирҙин саҡырта. “Тәү сиратта спиртлы эсемлектәргә мөнәсәбәтем тураһында ҡыҙыҡһынды. “Эсмәйем” тинем. Сәғит Ғәтиәт улы шунда уҡ мине дауалау буйынса баш табип урынбаҫары, йәғни начмед итеп тәғәйенләне. Баш баҫып эшләнем, хирург булараҡ, өс йыл эсендә мең ярымдан ашыу төрлө операциялар яһаным. Эшемде яратыуым, уға мөкиббән бирелеүем артабан уҡыу, белемемде камиллаштырыу теләген үҫтерҙе. Дауахана юлындағы хеҙмәтемдең дүртенсе йылы уны тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтте”, – тип һөйләй Тәлғәт Рәхимйән улы.

Районда өс йыл эшләү дәүерендә үҙен һөнәренең оҫтаһы итеп күрһәткән Тәлғәт Зөлҡәрнәевте КПСС-тың район комитеты үҙәк дауаханаға баш табип итеп тәғәйенләй. Был ваҡытта уға ни бары 26 йәш була. “Баш табип эшенең бөтә ауырлығын иңдәремдә татыным. Һаулыҡ һағында алһыҙ-ялһыҙ эшләргә һәр ваҡыт әҙер булһам да, иң ҡыйыны бөтмәҫ хужалыҡ хәстәрҙәре ине. Дауаханаға яғырға утыны кәрәк, машинаға алмаш өлөштәр, бензин хәстәрләү, өҫтәүенә һыуҙы ат менән ташыйҙар ине, уға бесәне кәрәк. Бер йыл эшләгәс, баш ҡалалағы остаздарым менән кәңәшләшеп, аспирантураға уҡырға инергә ҡарар иттем. Эштән бушатыуҙарын һорап ғариза яҙҙым”, – ти ул.

Һөнәри остаздары, ул ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры булған Зәйнулла Ихсановтың һәм декан Венер Сәхәүетдиновтың кәңәштәрен тотоп, республикаға хирургия буйынса түгел, ә гигиена буйынса белгестәр кәрәклеген күҙ уңында тотоп, Ленинград санитар-гигиена университетының аспирантураһында уҡый.

Тәлғәт Зөлҡәрнәев 1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң Өфө медицина университетының дөйөм гигиена кафедраһында эшләй башлай. Гигиена һәм туҡланыу буйынса курстарҙы алып бара. 1980 йылдан – кафедра доценты. Тәлғәт Рәхимйән улы үҙенең фән баҫҡыстарынан юғарыға күтәрелеүе өсөн хәләл ефетенә рәхмәт әйтә. Әгәр ҙә Сания Исмәғил ҡыҙы үҙ-үҙенә ышанысын арттырып тормаһа, рухи терәк булмаһа, ир кеше ошоға тиклем өлгәшкән ҡаҙаныштарына ла ҡәнәғәт булып, студенттар уҡытыуҙы дауам итер ине. Бик аҡыллы, һиҙгер күңелле ҡатынының һүҙенә ҡолаҡ һалып, ул докторлыҡ диссертацияһына тотона. Һәм 1999 йылда Мәскәүҙә докторлыҡ дәрәжәһен яҡлай. Ошонан һуң ул БДМУ-ның дөйөм гигиена кафедраһына мөдир итеп тәғәйенләнә.

26 йыл кафедра менән етәкселек итеү дәүерендә профессор ҡулы аҫтында 20-ләп аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ике ғилми хеҙмәткәр медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә була. Тәлғәт Рәхимйән улының тырышлығы менән кафедрала махсуслаш­тырылған лаборатория булдырыла.

Юғары категориялы табип-гигиенист Т.Р. Зөлҡәрнәев оҙаҡ йылдар БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш диетологы, БДМУ-ның Ғалимдар советы ағзаһы булып тора. БР Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлегендә экологик советта эшләй. Уның фәнни медицина өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре мәртәбәле исемдәре менән баһаланған.

– 77 йәшкә тиклем кафедра мөдире булдым. Әлеге ваҡытта студенттарға һабаҡ бирәм, – ти 80 йәшен тултырған яҡташыбыҙ.

Геройымдың һикһәндә лә егеттәрсә янып тороуы, күтәренке кәйефтә булыуы һоҡландырҙы. Әйткәндәй, ул сит ил студенттары өсөн инглиз телендә лә лекциялар уҡый, ғәмәли дәрестәр алып бара.

Йылдар бейеклегенән, бай тәжрибәһе күҙлегенән бағып, ғалим медицинаға бәйле үҙенең бер нисә фекерен әйтте:

– Табип пациенттарының хәленә инә белергә, уларҙың ауыртыу-һыҙланыуҙарын үҙенеке кеүек итеп ҡабул итергә, профессиональ ярҙам күрһәтергә тейеш. Битарафтар, ғәмһеҙҙәр, яуапһыҙҙарҙың урыны медицинала түгел. Икенсенән, даими рәүештә белемде камиллаштырыу, һөнәри юҫыҡта үҙаллы үҫеште дауам итеү зарур. Элекке һәм бөгөнгө медицинаны сағыштырырлыҡ түгел. Хәҙерге дауалау учреждениеларының техник мөмкинлектәре киң: заманса лабораториялар, рентген, УЗИ, КТ аппараттары. Өсөнсөнән, хаталарға күҙ йоммау. Табип та кеше, эш тәжрибәһендә яңылышҡан ваҡыттар ҙа була, айырыуса йәш, тәжрибәһеҙ саҡта. Хаталарымды иҫтән сығармайым һәм уларҙы ҡабатламаһындар өсөн ассистенттарыма һөйләйем.

Тәлғәт Рәхимйән улының күңелендә Әбйәлилдә хеҙмәт иткән йылдарынан ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәтирәләр һаҡлана. Шуларҙың бер-икәүһе төпкөл Хәмит ауылына бәйле:

– “Ҡатыным үлеп бара, тиҙерәк килеп етегеҙ!” – асырғанып телефондан ҡысҡырған ирҙән ярҙамға мохтаж кешенең нисек сирләүен һорашып аңлай алмаһаҡ та, “Ашығыс ярҙам” йәшниген алып төнгә ҡаршы юлға сыҡтым. Бесән мәле ине. Аман­гилденән ары тракторҙа ҡуҙғалдыҡ. Юлһыҙлыҡ, бара торғас трактор батты, унан бөтөнләй ватылды. Әмәлгә ярағандай, шылтыратҡан ир-ат егеп ҡаршы сыҡҡан. Сирлене кәбән төбөндә тап иттек. Бәпәйгә лә ауырымай, йәрәхәт-яраһы ла юҡ. “Нимәгә саҡырттығыҙ?” – тип һорайым. Баҡтиһәң, ир менән ҡатын әрләшкәндән һуң, һөйөклөһө “үләм” тип ҡурҡытҡан икән. Тынысландырыусы уколдар эшләп, тегеләрҙе арбаға ултыртып ҡайтарып ебәрҙем, ә үҙем тракторсы менән йәйәүләп ҡайтырға сыҡтыҡ.

Икенсе юлы хәмиттәрҙең СССР-ҙың Юғары Советы депутатына “Балалар ауырыша, төпкөлдө ҡарамайҙар” тип яҙған хаты юлға саҡырҙы. Үҙәк дауахананан бригада менән аҙна-ун көн дауамында халыҡты ҡабул иттек. Ауылда ФАП бар, ләкин фельдшер юҡ ине. Бер әбей ҡыбырлап торған тешен һурығыҙ тип килде. “Мин бит теш табибы түгел – хирургмын”, – тим. Әбей ҙә кире сигенгәндәй түгел. Ахырҙа булған ҡорамалдарҙы барлап, әмәлгә күрә новокаин да таптым, шприцты ҡайнатып, укол эшләнем дә әлеге теште һурып ырғыттым. Был инәй ҡыуанысынан “теште һәйбәт һура” тип ауылға хәбәр таратҡан, бына ололар ағыла башланы бит. Өс көн теш һурыусы булып хеҙмәт итергә тура килде, новокаин бөттө, хатта уколһыҙ һурҙыртырға ла ризалаштылар.

Бер көн мин урынлашҡан өйгә өс-дүрт ир килеп инде. “Әйҙә әле, беҙҙең менән. Магазинда аҙыҡ-түлек боҙолған, шуларҙы “списать” итергә кәрәк”, – тиҙәр. “Мин санитар табип түгел”, тиеүемә ҡарамаҫтан, барыбер табипһың инде, тип был эште лә атҡарттылар.

Ул ваҡытта Хәмиткә юл юҡ ине, ҡайҙа ат арбаһында, ара-тирә йәйәүләп, аҙаҡ “Урал” машинаһы арбаһында йөрөп ҡайтҡан был сәфәрҙе йылмайыу аша иҫкә алам.

Зөлҡәрнәевтәрҙең бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап татыу ғүмер кисереүҙәренә 54 йыл быйыл. БДУ-ның рус филологияһы факультетын тамамлаған Сания Исмәғил ҡыҙының да хеҙмәт юлының башланғыс осоро Асҡар урта мәктәбендә уҡытыуға бәйле. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫкән. Тәлғәт Рәхимйән улы ҡыҙҙары өсөн – абруйлы атай ғына түгел, ә һөнәри остаз да. Икеһе лә медицина фәндәре кандидаттары. Эльвира Тәлғәт ҡыҙы республика онкодиспансерында эшләй, билдәле табип. Айгөл Тәлғәт ҡыҙы БДМУ-ла, атаһы менән бер кафедрала хеҙмәт итә. Ейәндәр быуыны ла олатай юлынан китеп, кешелек өсөн мөһим һәм мәрхәмәтле һөнәрҙе һайлаған. Ейәне Булат Мәскәүҙә стоматолог, ә ейәнсәре Лиза быйыл медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ординатураға уҡырға ингән.


Гөлнара КҮСӘРБАЕВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас