Йәмғиәт
5 Сентябрь 2023, 05:15

Һөнәрле кеше юғалмаҫ

Дәүләттең был өлкәлә социаль йөкләмәһе бар.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Былтырғы һәм быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына ярашлы, республикала эшһеҙлек кимәле һуңғы 30 йылдағы иң түбән кимәлгә төшөрөлдө. Был ҡаҙаныш хеҙмәт баҙарын тотороҡло итеү буйынса күрелгән байтаҡ сараларҙың һөҙөмтәһе булып тора. Ошо турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау коллегияһының күптән түгелге ултырыштарының береһендә билдәләнде.

 

Эшһеҙлек кәмей

 

– Республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле былтыр 3,4 процент тәшкил итте, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ул 4,3 процент ине, Рәсәй буйынса үткән йылғы ошо күрһәткес 3,9 процент булды, – тине министр Ленара Иванова. – Йыл буйына граждандарҙан мәшғүллеккә ярҙам өлкәһендәге дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе һораған 197 мең ғариза килгән.

Министр әйтеүенсә, былтыр республикала рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,5 тапҡырға кәмегән, һәм был күренеш дауам итә. Башҡортостандың 36 муниципаль берәмегендә эшһеҙлек кимәле республика буйынса уртаса алғандан түбәнерәк. Иң түбән кимәл Сибайҙа (0,42 процент) һәм Октябрьский (0,46 процент) ҡалаларында, шулай уҡ Белорет (0,34), Хәйбулла (0,42) һәм Бөрөлә (1,46 процент) теркәлгән.

 

...Ә эш урындары арта

 

Хәҙер төрлө компания һәм учреждениелар өсөн эш көсө торған һайын күберәк талап ителә. Быйылғы йәй башына вакансиялар һаны 42,5 мең тип теркәлгәйне, уларҙың 71 проценты предприятиеларҙағы эшсе һөнәрҙәренә тура килә.

Иҡтисади хәлдең төрлө сағы була, былтыр йәй уртаһына, мәҫәлән, ҡайһы бер ойошмаларҙа эш урындары ябылыу ҡурҡынысы киҫкенләшкәйне, республикала 20 меңдән ашыу кешегә хеҙмәт урынынан яҙыу ихтималы янай ине. Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, хәҙер был күрһәткес ике тапҡырға кәмене. Йыл аҙағына саҡлы күрелгән саралар ошондай һөҙөмтә бирҙе:

  1. Өҫтәмә саралар 13 мең кешегә ваҡытлыса эш урыны булдырырға ярҙам итте, ваҡытлыса мәшғүл булғандар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында тора. Ошо сарала республиканың 263 эш биреүсеһе ҡат­нашты, уларға хеҙмәт хаҡы сығымдарын ҡаплау өсөн 556 миллион һум бүленде. Бындай предприятиелар араһында “НефАЗ” йәмғиәте, Туймазы автобетоновоздар һәм Бәләбәй “Автонормаль” заводтары һәм башҡа шундай ҙур компаниялар бар.
  2. Бөтәһе 13 меңдән ашыу кеше йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында килә. Ошо сарала ҡатнашҡан 1380 ойошмаға эш хаҡы түләү өсөн 733 миллион һум бирелгән.
  3. Һөнәргә уҡытыу буйынса 34 сәнәғәт предприятиеһы менән килешеү төҙөлгән. Эштән ебәрелеү хәүефе янаған 3612 кеше ошо курстарҙа яңынан уҡыған, план 3203 ине, тимәк, бурыс 112,8 процентҡа башҡарылған. Касса сығымдары был осраҡта 190,8 миллион һум тәшкил иткән. Ошо финанслау күрһәткесе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡҡан.

– Ваҡытлыса мәшғүллек менән тәьмин итеү һәм яңы һөнәргә өйрәтеүҙә айырыуса Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы әүҙемлек күрһәтте, – ти Ленара Иванова. – Бында 900 кешене яңы һөнәргә өйрәттеләр һәм 1530 кешегә ваҡытлыса булһа ла эш бирҙеләр. Шулай итеп, “Роструд” билдәләгән күрһәткестәр үтәлде, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән 1 миллиард 480 миллион һумды тулы­һынса үҙләштерҙек. Барлығы 30 меңдән ашыу кеше мәшғүллеген һаҡлап ҡалды йәки икенсе эшкә урынлашты.

 

Дәүләт программаһының маҡсаты

 

“Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү” дәүләт программаһы буйынса статистика айырым алып барыла: 2021 йылда, ошо йүнәлеште тормошҡа ашыра барып, 89 меңдән ашыу кеше эш менән тәьмин ителде, былтыр ул күрһәткес 67 меңгә яҡынды тәшкил итте. Хеҙмәт урынын табырға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән ғаризаларҙың 61,6 проценты йыл барышында ҡәнәғәтләндерелгән, ҡалғандары өсөн быйыл ярҙам күрһәтеү дауам итә.

Үткән йылда 98 меңдән ашыу кешегә яңы һөнәргә өйрәнеү мөмкинлеге бирелгән. Хеҙмәт урыны булмаған дүрт меңдән ашыуыраҡ кешегә үҙенең эшҡыуарлыҡ йүнәлешен булдырыу шарттары тыуҙырылған. Ҡайһы саҡта эшһеҙ граждандарға психологик ярҙам да кәрәк, былтыр ундайҙар иҫәбенән 15 меңдән ашыу гражданға ошондай хеҙмәт күрһәтелгән.

Мәшғүллекте арттырыу барышына вакансиялар йәрминкәһе лә һиҙелерлек йоғонто яһай. Былтыр ундай йәрминкәләр һәм кадрҙарҙы асыҡ һайлап алыу 1,5 меңдән ашыу үткәрелгән, уларҙа 32 мең кеше һәм төрлө милек формаһындағы ике меңдән ашыу предприятие ҡатнашҡан. Саралар барышында граждандарға яңы һөнәргә уҡыу өсөн 446 сертификат тапшырылған.

Милли проект ярҙамға килә

 

“Демография” милли проекты биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, былтыр Нефтекамала тағы бер Кадрҙар үҙәге асылды. Стәрлетамаҡтағы һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында булғандарын иҫәпкә алып, хәҙер ундай үҙәктәр беҙҙең республикала өсәү булды. Милли проектҡа ярашлы, 6335 кеше яңы һөнәргә эйә булған, уларҙың 84 проценты мәш­ғүллеген һаҡлап ҡалған, үҙ эшен асҡан йәки үҙмәшғүлдәр сафын тулыландырған.

Башҡортостанда 35 йәшкә тиклемге 1316 кеше “Ворлдскиллс” линияһы буйынса ике пилот проектында ҡатнашҡан. Был проекттарҙың маҡсаты – йәштәргә карьера үҫешендә булышлыҡ итеү (был сараларҙа уңышлы ҡатнашҡандарҙы махсус кураторҙар ярҙамында эшкә урынлаштырыу). Проекттар йәштәрҙең мәшғүл­леген әүҙемләштереүҙе, уларҙа эшҡыуар­лыҡ сифаттары тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота.

 

Хәҙер улар кейем тегә

 

Башҡортостанда “Алға” махсус иҡти­сади зонаһының эшмәкәрлеге йылдан-йыл йәнләнә барыуын беләбеҙ. Былтыр ундағы “Аркада” йәмғиәте һәм “ЗАСПОРТ” фабрикаһы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса ла эш алып барылды: 300-ҙән ашыу эшһеҙ ҡатын-ҡыҙ ошондағы уҡыу үҙәгендә курс үтте һәм хәҙер тегенсе булып эшләй. Алдағы йылдарҙа ошо маҡсатта кәмендә 350 кешене тегенсе һөнәренә уҡытыу планлаштырыла. Бынан тыш, ошо уҡ зоналағы “Амкадор-Өфө”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша алырлыҡ белгестәр эҙләй. Эш был йәмғиәт менән берлектә алып барыла һәм ошо йүнәлештә мәғлүмәт таратыу ҙа киң йәйелдерелгән.

Йәштәр ниндәй һөнәрҙәрҙе һайлай һәм улар был эшкә һәләтен нисек асыҡлай ала? Һөнәри белемде яңыртыу йылында ошо һорауҙарға яуап бирерлек күп кенә һөнәри йүнәлеш биреү саралары үткәрелде.

– Ошо уҡ маҡсатта “Башҡортостан Республикаһы һөнәрҙәрен һайлау мөм­кин­лектәре картаһы” тигән пилот проектына башланғыс бирелде, – ти министр. – Ул “ProfStorits” һөнәр һайлау мөмкин­лектәре агрегаторы базаһында эшләйә­сәк. Республиканың 150-гә яҡын пред­приятиеһы ошо онлайн-платформала теркәлде лә инде. Проекттың маҡсаты – йәштәрҙең һөнәрҙе һәм һөнәри белемде һайлағанда республиканың хеҙмәт баҙарындағы мохтажлыҡҡа ҡарап эш итеүен йәнләндереү.

Был проект йәштәрҙең һөнәр һайла­ғанда үҙаллы эш итә белеүен ойошто­роуҙа йоғонтоло алым булыр тип көтөлә. Йәштәр мәшғүллеге проблемаһын хәл иткәндә ул власть органдарының, белем биреү ойошмаларының һәм эш биреү­селәрҙең үҙ-ара эш итеү нөктәһе лә булыр, моғайын. Быйыл яҙ “ProfStorits” онлайн-платформаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Һөнәр һайлау буйынса һанлы ярҙамсы” акцияһы, мәҫәлән, ошо йүнә­лештең дөрөҫ булыуын раҫланы.

 

Проекттар ғәмәлгә ашырыла

 

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡ­лау министры урынбаҫары Тимур Кәри­мов аңлатыуынса, быйыл мәшғүллек йүнә­лешендә түбәндәге мәсьәләләр хәл ителә:

l мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыу буйынса тағы бер проектты тормошҡа ашы­рыу. Быйыл ул Күмертау ҡалаһын­дағы Көньяҡ район-ара халыҡ мәшғүл­леге үҙәгендә башҡарыла;

l мәшғүллек үҙәген комплекслы яңыр­тыу буйынса төбәк проектын эшләү;

l хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеш­лекте кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы бойомға ашырыу. Хәҙер улар “Демография” милли проектына ярашлы барасаҡ;

l эш биреүсе менән мөнәсәбәттә адреслылыҡ алымын үҫтереү (мәшғүл­лек үҙәге хеҙмәткәрҙәренә тәғәйен предприятиелар беркетеләсәк);

l етем һәм тейешенсә тәрбиә бирә алмаған ғаиләләр балаларына һөнәр һайларға, стажировка үтергә ярҙам итеү маҡсатында булдырылған “Беҙҙең балалар” проектын тормошҡа ашырыу.

 

Заман ауырлығы ҡамасауламай

 

Иҡтисади хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, эш хаҡы буйынса күрһәткестәргә ыңғай динамика хас. Былтыр ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ уртаса эш хаҡы 15,8 процентҡа артҡан һәм 47 мең 168 һум тәшкил иткән. Ә иҡтисадсылар күҙаллауы буйынса, ул 2022 йылда 14 процентҡа ғына артыр тип көтөлә ине. Министрлыҡ ҡаҙна ойошмаларының эш хаҡын Рәсәй Пре­зидентының “май” указдарында билдә­ләнгән кимәлдә һаҡлап барыу өсөн дә ҙур эш башҡарған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш хаҡын һуң­латып түләү күренештәре тулыһынса бөтөрөлмәгән әле. Мониторинг күрһәте­үенсә, 2021 йылда ваҡытында бирелмәгән эш хаҡы буйынса бурыс 507 миллион һум тәшкил иткән, былтыр ул 702 миллион һумға еткән. Нигеҙҙә, был “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар компания­һының ауыр финанс хәленә эләгеүе арҡаһында булды, һөҙөмтәлә ул үҙенең ике меңдән ашыу хеҙмәткәре алдында 237 миллион һумлыҡ бурысҡа батты.

Контроль-күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының, муниципаль ойошма­ларҙың тығыҙ хеҙмәттәшлеге һөҙөмтә­һендә 68 ойошманың эш хаҡы буйынса 180,5 миллион һумлыҡ бурысы тулы­һынса йәки өлөшләтә ҡаплатылған. Дөйөм алғанда, былтырғы йыл башында эш хаҡы буйынса бурыслы ойошмалар 81 булһа, йыл аҙағына ундайҙар 57 ҡалған.

Уҙған йыл барышында халыҡтың ысын аҡсалата килеме 97,8 процент кимәленә сыҡты. Шулай ҙа ул Рәсәй буйынса алғандан бер аҙ түбәнерәк – ил буйынса 98,3 процент булған. “Быйылғы бурыс – халыҡтың ысын аҡсалата килеме буйынса ла ыңғай үҫешкә өлгәшеү. Бының өсөн барыбыҙға ла, шул иҫәптән муниципа­литеттарға һәм башҡарма властың бүтән органдарына ла, “Фәҡирлек кимәлен түбәнәйтеү буйынса төбәк программа­һы”ның һис һүҙһеҙ үтәлешен тәьмин итеү”, тип билдәләнде ултырышта.

 

Хеҙмәт булғас, хәүефһеҙ булһын

 

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, предприятиеларҙа кешеләрҙең үлеменә алып килгән бәхет­һеҙлек осраҡтары 4,3 процентҡа аҙайған (2021 йылда 47 кеше һәләк булған, былтыр 45 эшсе вафат). Шул уҡ ваҡытта ауыр йәрәхәтләнеү осраҡтары 18,8 процентҡа артҡан.

Бынан бер йыл элек республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәй Хеҙмәт ми­нистрлығының һөнәри хәүефһеҙлек проектына ҡушылыу башланғысы менән сығыш яһағайны. Әле был проектта хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны 10 меңдән ашҡан туғыҙ предприятие ҡатнаша.

Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү хеҙмәт юғалтыуҙарын кәметеүгә лә алып килгән – был күрһәткес 11,5 процентҡа түбә­нәй­гән. “Тимәк, ошо йүнәлештәге эш үҙенең йоғонтоло булыуын күрһәтте”, – тип баһаланы әлеге ултырышта Ленара Иванова.

Былтыр министрлыҡ башҡа дәүләт органдары, муниципалитеттар, бюджеттан тыш фондтар менән берлектә рәсми теркәлмәгән мәшғүллекте кәметеү буйынса ла әүҙем эш алып барған. Һөҙөмтәлә күләгәле секторҙан 19379 эшҡыуарҙы һәм 282 хужалыҡ субъектын сығара алғандар. Үткән йыл Пенсия фонды менән бергәләп сағыштырып ҡарау күрһәтеүенсә, эшләп йөрөгәндәрҙең 86 проценты хеҙмәт мөнәсәбәттәрен раҫлай ала. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас