Йәмғиәт
5 Сентябрь 2023, 05:07

Йәш быуындың һәр яҡлап үҫешеүе мөһим

Хәрби-патриот клубы эшләй.

Автор фотоһы.  Антон Штыров менән Гүзәлиә Миңлеғо­лова эш планын төҙөй.Автор фотоһы.  Антон Штыров менән Гүзәлиә Миңлеғо­лова эш планын төҙөй.
Антон Штыров менән Гүзәлиә Миңлеғо­лова эш планын төҙөй.Фото: Автор фотоһы.

Әлшәй районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡарамағында “Әлшәй патриоттары” тип исемләнгән хәрби-патриот клубы эшләп килә.

Йәштәр эштәре буйынса комитет мөдире вазифаһын башҡарыусы Гүзәлиә Миңлеғо­лова әйтеүенсә, илһөйәрлек тойғолары йәш быуынға бәлә­кәйҙән һалына.

– Районыбыҙҙа һәр мәктәп нигеҙендә хәрби-патриот клубтары эшләй. Ә йәштәр эштәре буйынса комитетта ойошторол­ған “Әлшәй патриоттары” клубына иң әүҙемдәр йыйыла. Улар менән берлектә илһөйәр­лек саралары даими ойошторола. Иҫтәлекле көндәрҙә һәйкәл­дәргә сәскә һалыу булһынмы, вете­рандарға ярҙам итеүме – был йүнәлештә эш туҡталғаны юҡ, – тип һөйләне Гүзәлиә Ринат ҡыҙы.

“Батырлыҡ дәрестәре” ойоштороу, илһөйәрлек концерттары уҙғарыу ҙа Ватанын яратҡан быуынды тәрбиәләүгә булыш­лыҡ итә. Йәштәр эштәре буйынса комитет нигеҙендә “Юнар­меец” тигән профилле лагерь ҙа балалар ялын файҙалы үткәреүгә йүнәлеш тота. Лагерь етәксеһе Антон Штыров әйтеүенсә, ике сменаға быйыл 60 үҫмер йәлеп ителгән.

– Был лагерь беренсегә ойошторолмай. Быйыл уны берәр аҙна дауамында ике сменала уҙғарҙыҡ. Һәр көн иртәнге 8-ҙән алып 13 сәғәткә тиклем үҫмерҙәрҙең ваҡыты тығыҙ үтте. Улар өсөн ике тапҡыр ашатыу ойошторолдо. Былар барыһы ла бушлай. Һәр көн “Ыласын” физкультура-һауыҡ­тырыу комплексында тренерҙар етәксе­леген­дә иртәнге зарядка үтте. Патриотик сараларҙан тыш, төрлө экскурсияларға йөрөнөк. Былтыр грант аҡса­һына алынған велосипед­тарҙа ла юлға сыҡтыҡ. Ике смена дауамында биш-алты тапҡыр район буйлап ошондай вело­сәйәхәт­тәрҙә булдыҡ. Ат һара­йына экскурсия ла үҫмерҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Аксен агросәнәғәт колледжында булыу балаларға һөнәр һайлауға булышлыҡ итә. Экскурсиянан һуң ҡайһы берәүҙәр, киләсәктә тап ошо уҡыу йортона барырға, тигән ҡарарға килде, – тип һөйләне Антон Александрович.

Лагерь эшмәкәрлеге тамам­лан­ғас та, үҫмерҙәр менән бәйләнеш өҙөлмәй. Артабан да сәләмәт тормош алып барыу йүнәлешендәге  саралар дауам итә.

Әлшәй йәштәре, төрлө проекттарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтә белә. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы фонды грантын отоп, “Йәштәр ҡарашы” тип исемләнгән коворкинг үҙәк асҡандар. Бында йәштәрҙе социаль проектлауға өйрәтәләр.

Йәштәр комитеты алып барған һәр сара йәш быуынды илһөйәр, белемле, төрлө яҡлап үҫешкән итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуя.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас