

Уның сиктәрендә "Уйынсыҡ бүләк ит" хәйриә акцияһы ойошторола. Йыйылған уйынсыҡтар балалар йорттарына, дауаханаларға, Өфө хосписына һәм “Уйынсыҡтар өсөн оҫтахана-госпиталь”гә тапшырыла. Унда һәр бала “ауырыу уйынсыҡты” дауалай аласаҡ.
"Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйындар фестивале уйындар, уйынсыҡтар, ижад өсөн, яңы тыуған сабыйҙар һәм кескәйҙәр өсөн тауарҙар, балалар өсөн визуаль анимация контенты етештереүселәрен, шулай уҡ Бөтә Рәсәйҙән оҫта-һөнәрселәрҙе йыя.
Фестиваль программаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ һылтанмаһы аша бирелгән.
Фото: Башинформ.