Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 10:30

Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә

Килгән аҡсаны балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеп тапшырған.

Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итәАуырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә

Ауырғазы районының “Шатлыҡ” өлгөлө хореография ансамбленең йәш ҡатнашыусылары (етәксеһе – Альбина Йәлилова) “Красноусол” шифаханаһында ял итеүселәр алдында хәйриә концерты ҡуйған. “Йәшә, сәләмәт бул, бейе!” тип аталған ул.

Йәш бейеүселәр хаҡында район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов “Бәйләнештә” селтәрендә яҙҙы. “Килгән аҡсаны балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр алыу өсөн тапшырҙы. Алғы һыҙыҡта йөрөгән яҡташтарына ярҙам итеүҙе коллектив ағзалары үҙ бурысы тип һанай.

Рәхмәт һеҙгә, балалар! Һеҙҙе Ватаныбыҙҙың ысын патриоттары итеп тәрбиәләгән атай-әсәйҙәрегеҙгә рәхмәт!

Яугирҙәргә беҙҙең ярҙам кәрәк! Бергәләп, һәр беребеҙҙең өлөшө ни ҡәҙәре мөһим икәнен аңлап, еңеүгә ирешербеҙ!” – тип яҙҙы А. Шәһәретдинов.

Фотолар А. Шәһәретдиновтың шәхси сәхифәһенән.

 

 

Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Ауырғазы балалары яугирҙәргә ярҙам итә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас