

14 – 17 сентябрҙә “Әйҙә уйнарға” фестивалендә “Тәмле урам” гастрозонаһын мотлаҡ барып күрегеҙ.
Байрамдың беренсе көнөндә БР шеф-ашнаҡсылары гильдияһы рәйесе, Рәсәй төбәк-ара кулинарҙар ассоциацияһының “Лайыҡлылыҡ билдәһе” кавалеры Максим Лазарев “Кетерҙәк баклажан” салаты һәм “Шоколадлы ганаш” десертын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.
15 сентябрҙә Рәсәй кондитерҙар чемпионаты призеры, халыҡ-ара көмөш дипломант, CALA CAKE студияһы хужаһы һәм шеф-кондитер Галина Лобанова шоколад менән биҙәлгән ер еләкле пломбир трайфлын яһап күрһәтә.
16 сентябрҙә ҡунаҡтарҙы тағы ике оҫталыҡ дәресе көтә: уны баш милли тренер һәм карвинг буйынса Абелимпикс чемпионаттары эксперты, Люксембургта үткән донъя кубогында алтын миҙал яулаусы Олеся Юрова үткәрә. Ул йәшелсәләрҙән гөлләмә тәҡдим итәсәк.
17 сентябрҙә кондитер Вегбар Джамундан ике оҫталыҡ дәресе алырға мөмкин.
Бар ҡатнашыусыны бешеренеү тәжрибәһен арттырыу һәм яҡшы кәйеф көтә.
14 – 17 сентябрҙә Совет майҙанына рәхим итегеҙ! Фестивалдең программаһы менән тулыраҡ бында танышырға була: https://айдаиграть.дети/
Фото: Минторг РБ.