Йәмғиәт
9 Сентябрь 2023, 15:30

Өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итәләр

Социаль хеҙмәтләндереү, интернатҡа, психоневрология интернатына урынлаштырыу хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итәләрӨлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итәләр
Өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итәләр

Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды ҡыҙыу элемтә телефоны аша алырға мөмкин:

8 (800) 775-00-14.

Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре:

- өйҙә йәки урында социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныу;

- өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалид кешеләрҙе ҡабул итәсәк ғаиләләр ойоштороу;

- инвалид кешеләрҙе техник реабилитация саралары алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин итеү, инвалид баланы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыу мәсьәләләре буйынса бушлай консультация бирә.

Ҡыҙыу элемтәнең эш ваҡыты: эш көндәрендә - 8:00-18:00, ял көндәрендә – 10:00-18:00.

Үҙәктең Өфөләге бүлексәләре: https://vk.cc/cqJVpC

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында социаль участковыйҙар хеҙмәте эшләй. Бында өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, интернатҡа, психоневрология интернатына урынлаштырыу хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин: https://vk.cc/cqJV6G

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас