

Күгәрсен районының Теләүембәт ауылынан 101 йәшлек Мөкәрәмә Исхаҡова ла һайлауҙарҙа ҡатнашҡан.
Был турала Күгәрсен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә:
- Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы Исхаҡова тәүҙә - Тәүәкән мәктәбендә, ә һуңынан Теләүембәт мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй. Ул - хеҙмәт ветераны һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
Иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы!
Фото: https://vk.com/mrkugarchigrouprb