Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 15:50

Ул белизна уйлап тапҡан

Бөгөн Стәрлетамаҡта 87 йәшлек Башҡортостандың атҡаҙанған химигы, күп яҡлы талант эйәһе, химия өлкәһендә байтаҡ патенттарға эйә булыусы, шул иҫәптән көнкүрештә файҙаһы ҙур булған белизнаны уйлап табыусыларҙың береһе Рәлиф Рәхимов та тауыш бирҙе.

Ул белизна уйлап тапҡанУл белизна уйлап тапҡан
Ул белизна уйлап тапҡан

Рәлиф Рәхим улы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 732-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

- Өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, үҙем килдем, йүгереп йөрөйөм әле. Тормошта шулай етеҙ булырға кәрәк, мин, мәҫәлән, фән өлкәһендә лә шөғөлләнәм, шиғыр ҙа яҙам, йыр ҙа ижад итәм, - тип белдерҙе атаҡлы химик. – Бөгөн беҙҙең биргән тауыштарҙан республикабыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге тора! – тип тә өҫтәне Рәлиф ағай.

Рәлиф Рәхимов ғүмерен урындағы химия заводына (хәҙерге Башҡорт сода компанияһы) арнаған, СССРҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы ла әле ул.

Ул белизна уйлап тапҡан
Ул белизна уйлап тапҡан
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас