

"Ауылыбыҙҙың егәрле эшҡыуары Хәйбуллин Фирғәт Мөхәмәт улы ил-йортобоҙҙоң тыныс булыуын теләп, игендәр уңып торһон, мал-тыуар имен булһын тип, бөгөн изге йома көнө ауылдаштарын ҡыуандырып, һәр өйгә бушлай берәр тоҡ иген таратты, - тип яҙа Бөрйән районы Яуымбай ауылы халҡы. - Афарин Фирғәт Мөхәмәт улы! Эштәрегеҙ һәр саҡ уңышлы булһын, ғаиләгеҙгә именлек,бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ! Донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын".
Изге күңелле эшҡыуарҙың эше һәр ваҡыт уң булһын, эше бәрәкәтле барһын!
Сығанаҡ һәм фото: “Таң” гәзите.