Йәмғиәт
11 Сентябрь 2023, 18:10

Халыҡ белергә тейеш

Вице-премьер әйтеүенсә, бирелгән лицензия файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы күҙ уңында тотмаған. Ә тикшеренеү йомғаҡтары буйынса артабанғы эштәр марганец мәғдәндәре сифаты арҡаһында перспективаһыҙ тип табылған.

Халыҡ белергә тейешХалыҡ белергә тейеш
Халыҡ белергә тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында Фәйзуллин майҙанында тикшереү эштәрен үткәреүгә контроллек итеү мәсьәләһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның эшен юғары баһаланы. 11 сентябрҙә аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Комиссия эшмәкәрлегенә яуаплы республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – вице-премьер Азамат Абдрахманов 2023 йылдың 1 мартында Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ Фәйзуллин майҙанында оксид марганец мәғдәндәренә эҙләү эштәрен үткәреүгә подрядсы менән килешеү төҙөүе хаҡында һөйләне.

– Беҙҙең республикала марганецтың булыуы 1930-1940 йылдарҙа уҡ асыҡланды һәм тасуирланды, – тип хәбәр итте Азамат Абдрахманов. – 60-70-се йылдарҙа ентекләп картаға төшөрөп геофизик, геологик һәм тематик тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Шуны билдәләп үткем килә: 30-40 йыл һайын булған тәбиғәт ресурстары тураһындағы мәғлүмәт дәүләт тарафынан рәсмиләштерелә. Шулай итеп, эштәр Рәсәй ер аҫтын инвентаризациялау буйынса дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә подрядсы тарафынан башҡарылған.

Вице-премьер әйтеүенсә, бирелгән лицензия файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы күҙ уңында тотмаған. Ә тикшеренеү йомғаҡтары буйынса артабанғы эштәр марганец мәғдәндәре сифаты арҡаһында перспективаһыҙ тип табылған. Һөҙөмтәлә Роснедра һәм подрядсы 2023 йылдың 29 авгусынан дәүләт контрактын тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

– Барлыҡ эштәр ҙә, Радий Фәрит улы, һеҙҙең башланғысты иҫәпкә алып, ведомство-ара комиссия контролендә, Ирәндек һырты районында махсус һаҡланған биләмә булдырыу тураһында алып барылды, – тине Азамат Абдрахманов.

Башҡортостан Башлығы башҡарылған эш тураһында урындағы халыҡҡа хәбәр итеү бик мөһим тип билдәләне.

– Был райондарҙа һәм тотош Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ошо биләмәлә ниндәй эштәр алып барылыуы борсоно. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән байтаҡ интенсив һөйләшеүҙәр булды, беҙҙе ишеттеләр, – тине Радий Хәбиров. – Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары башлыҡтарынан был хәлде халыҡҡа еткереүҙәрен һорайым. Республикала ятҡылыҡтарҙы әүҙем эшкәртеү алып барыла, беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй ҡағылырға ярамағанын ҡарарға һәм аңларға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас