Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2023, 11:00

“Ирәндек айыуы”нан ҡыйбатыраҡ таш табылған

Тәбиғәт беҙҙе ғәжәпләндереүҙән туҡтамай  

“Ирәндек айыуы”нан ҡыйбатыраҡ таш табылған
“Ирәндек айыуы”нан ҡыйбатыраҡ таш табылған

Яҡутстандың Анабар районындағы «Майят» алмас руднигында һуңғы 10 йылда Рәсәйҙә иң ҙур аҫыл таш сифатлы алмас сығарылған тип хәбәр итә “Алроса” компанияһы. Уның ауырлығы 390,7 карат тәшкил итә.

Табылдыҡ «Маят» руднигының Эбелях участкаһындағы алмас ҡомдарҙы төнгө йыуыу ваҡытында табыла. Рекордлы алмас менән бергә компания хеҙмәткәрҙәре классик октаэдра формаһындағы 37,7 карат ауырлыҡта ҙур төҫһөҙ алмас сығара. Хәҙерге ваҡытта кристалдар морфологик характеристикаларҙы үтеү өсөн эксперт баһалауға йүнәлтелгән.

Быға тиклем, 2013 йылда 401 карат ауырлығындағы иң ҙур аҫыл таш сифатлы алмас табылған булған.

Башҡортостанда алмас тапҡандары булмаһа ла, алтынға бай төбәк булып танылыу яулағанбыҙ. Баймаҡ районының Күсей ауыл советы биләмәһендә алтынды 300 йылға яҡын алалар, тап ошонда билдәле Рәмиев приискылары булған һәм Башҡортостан Милли музейында һаҡланған  «Ирәндек айыуы» самородогын тап ошонда тапҡандар.

Тәбиғәт беҙҙе ғәжәпләндереүҙән туҡтамай.

 

Фото: Пресс-сервис Алроса

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: