

Социаль селтәрҙә туғандар хаҡындағы был йыр ҙур резонанс тыуҙырҙы. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта бер туғандарҙың да аралашмауы, дуҫтарҙың һирәгәйә барыуы хаҡындағы төрлө яҙыуҙар күренә, бәхәстәр тыуа.
Мәңге дуҫ тип ант иткәндең
Янда хәҙер һирәге.
Минһеҙ йәшәй алғандарҙың
Бармы миңә кәрәге?
Осрашырға һүҙ бирешкән
Дуҫтар ҡалды ҡай тараф?
Ауаз һалып, хәбәр көтәм -
Тынлыҡ ҡына ҡайтауаз.
Ташлашмабыҙ, йөрөшөрбөҙ
Тигән яҡын туғандар
Оноттолар туғанлыҡты,
Мал тип донъя ҡыуалар.
Яҙмышты алдарға теләп,
Сығабыҙ шул саманан.
Ҡәҙерен белер инек тә,
Башлап булмай яңынан...
Илдар ХАФИЗОВ.
Ә һеҙҙең туғандарығыҙ менән араларығыҙ нисек? Туғанлыҡ хисе һаҡланып ҡалғанмы, төп йортта, атай нигеҙендә кем йәшәй? Ошо хаҡта үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм видео: Инсаф Сәлиховтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.