Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 05:00

Егерме йыл үс һаҡлаған да...

Полицейскийҙар ҡараҡ һәм һуғышсының эҙенә тиҙ төшә, тик бына низағтың сәбәбен асыҡлай башлағас аптырап китә.

Егерме йыл үс һаҡлаған да...Егерме йыл үс һаҡлаған да...
Егерме йыл үс һаҡлаған да...

Октябрьский ҡалаһында Руслан исемле ир, төндә ҡарауыллап тороп, Артур исемле ирҙе туҡмай һәм автомобилен урлап ҡаса.

Баҡтиһәң, енәйәтсе һүҙҙәренсә, егерме йыл элек улар бер мәктәптә уҡыған була һәм өлкәнерәк Артур бер мәл Русландың аяҡ кейемен урлай. Шулай итеп, Руслан ике тиҫтә йылдан һуң үс ала. Тик шуныһы: Артур уны ла, урланған кроссовканы ла иҫенә төшөрә алмай...

Егерме йыл үс һаҡлаған да...
Егерме йыл үс һаҡлаған да...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас