Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 10:45

Халыҡтың күҙе үткер

Йәмәғәт күҙәтеүселәре үҙҙәренең эшен намыҫ менән башҡарған.

Халыҡтың күҙе үткерХалыҡтың күҙе үткер
Халыҡтың күҙе үткер

Йәмәғәт штабы Берҙәм һайлау көнөндә йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороу йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәргәкова билдәләүенсә, Башҡортостанда һайлау тыныс үткән, йәмәғәт күҙәтеүселәре үҙҙәренең эштәрен намыҫ менән башҡарған.

– Әгәр беҙ бөгөн йәмәғәт күҙәтеүселәренең эшен ыңғай яҡтан баһалайбыҙ икән, был ике йәки өс көн эсендә башҡарылған эш түгел, күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһе, ул киләсәктә лә дауам итәсәк, – тине Лида Сәғит ҡыҙы. – Бөтәһе 13 мең тирәһе йәмәғәт күҙәтеүсеһен уҡыттыҡ, үҙ сиратында, улар эшкә тулыһынса йәлеп ителде.

"Алтын стандарт" тигән алым нигеҙендә улар бурыстарын башҡарған. Шул уҡ ваҡытта колл-үҙәккә 45 шылтыратыу килгән. Шылтыратыуҙар башлыса нисек һайлау участкаһын табыу, һайлауҙың нисәлә башланыуы, юлда эттәрҙең йөрөүенә һәм башҡа ваҡ-төйәк мәсьәләләргә ҡайтып ҡалған.

Әлеге һайлауҙарҙағы матбуғат хеҙмәтен республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Журналистар союзы һәм республикабыҙҙағы сәйәси партиялар төбәк бүлексәһенең партия-ара советы ойошторған. Бындай матбуғат үҙәге Рәсәйҙә беренсе булып Башҡортостанда ойошторолдо һәм беҙҙең тәжрибәне башҡа төбәктәр ҙә өлгө итеп алды.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас