Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 09:30

Халыҡ уйындары уйнарға була

Кескәй тамашасыларҙы спорт эстафеталары, «Беҙ бергә» бейеү флешмобы һәм башҡа бик күп хәрәкәтсән уйындар көтә.

Халыҡ уйындары уйнарға булаХалыҡ уйындары уйнарға була
Халыҡ уйындары уйнарға була

14 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивале сиктәрендә балалар өсөн халыҡ уйындары үткәреләсәк.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар традицион башҡорт уйындары «Сүлмәк һуғыу», «Тоҡта йүгереү», «Ҡалаҡ менән йүгереү», ағас атта йөрөү, туп һәм ҡулса менән уйындар, шулай уҡ башҡорт музыкаль уйындары «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Бәке уйыны», «Биш таш»ты уйнай ала.

Бынан тыш, кескәй тамашасыларҙы спорт эстафеталары, «Беҙ бергә» бейеү флешмобы һәм башҡа бик күп хәрәкәтсән уйындар көтә.

- «Халыҡ уйындары» интерактив майҙансығында ғәҙәттәгесә башҡорт музыкаль уйындарын иҫебеҙгә төшөрөрбөҙ, ҡаҙаҡ халыҡ уйындары менән танышырбыҙ, уҡ атыу һәм ағас уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күҙалланған. Ҡатнашыусылар өсөн бүләктәр әҙерләнде, - тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе, майҙансыҡтың кураторы Эльвира Дәүләтбирҙина.

Фото: stylishbag.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас