Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 09:45

Клоунада ойошторасаҡтар

Йәш тамашасы театры артистары саҡыра.

Клоунада ойошторасаҡтарКлоунада ойошторасаҡтар
Клоунада ойошторасаҡтар

Өфөнөң Йәш тамашасы театры 14-17 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк «Әйҙә уйнарға» беренсе Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивалендә ҡатнаша.

Артистар тамашасыларға «Тылсымлы ихата» исемле локацияла (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эске ихатаһы, Ленин урамы, 14) үҙҙәренең иң популяр спектаклдәрен тәҡдим итәсәк.

Бөтә спектаклдәр ҙә ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән.

«Әйҙә уйнарға» уйындары фестиваленең программаһы менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас