Йәмғиәт
13 Сентябрь 2023, 07:15

"Минең уйынсығым" флешмобына ҡушылығыҙ!

Иртәгә Өфөлә Бөтә Рәсәй уйын фестивале асыла.

"Минең уйынсығым" флешмобына ҡушылығыҙ!"Минең уйынсығым" флешмобына ҡушылығыҙ!
"Минең уйынсығым" флешмобына ҡушылығыҙ!

"Әйҙә уйнарға" (https://vk.com/event222440141) төркөмөндә яратҡан уйынсығығыҙ тураһында беҙгә лә һөйләгеҙ, 14 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөләге уйынсыҡтар фестивале сараларында ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр алығыҙ.

Иң ҡыҙыҡлы, иң күп лайктар йыйған тарихтар «Байрам Өфө» телеграм-каналында (https://t.me/bairam02)тауыш биреүгә сығарыласаҡ. Унда тауыш биреү йомғаҡтары буйынса өс еңеүсене һайлайбыҙ, уларҙы «Әйҙә уйнарға» фестивале майҙансығында аҡсалата приздар (уйынсыҡтар һатып алыуға) менән бүләкләйбеҙ.

Бүләк фонды:

1-се урын - 10 000 һум.

2-се һәм 3-сө урын - 5 000 һум.

Яратҡан уйынсыҡтарығыҙҙың уникаль тарихы менән уртаҡлашығыҙ!

#мояигрушка #айдаиграть

Фестивалдең программаһы менән бында танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас