

Өфө ҡалаһындағы Черниковка биҫтәһенең Ҡулса урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә бөгөн иртән сетерекле хәл була.
Юғары ҡаттағы фатир тәҙрәһенән 40 йәштәрҙәге ир ҡолап төшкән, тип хәбәр итә Башкирия Online. Әммә, көнөң бөтмәһә, үлемең етмәй, тигәндәй, ергә түгел, икенсе ҡат тәңгәлендә ағасҡа эленеп ҡалған ул.
Үтеп барыусылар ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Оҙон арҡандар ярҙамында ирҙе төшөрөп алғандар һәм табиптар ҡулына тапшырғандар.
Әле ирҙең шәхесе асыҡлана, хәл ентекле тикшерелә. Бына шулай, мөғжизәләр булып тора донъяла!
Фото Башкирия Online.