

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында, "Бала саҡты ҡайтарыу" тигән балалар йорттарына ярҙам итеү һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса фестивалдең округ этабы тантаналы асылды. Ойоштороусыһы – Волга буйы федераль округы.
Рәсәй Президенты эргәһендәге балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова әйтеүенсә, бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙҙа бик ҙур мөмкинлектәр асылған, Башҡортостанда булыуығыҙ күпте һөйләй.
– Конкурста матур итеп ҡатнашығыҙ, рәхәтләнеп аралашығыҙ тиҫтерҙәрегеҙ менән, Өфөнән бай тәьҫораттар менән ҡайтығыҙ, – тине Мария Львова-Белова.
Ярышта Волга буйы федераль округына ҡараған 14 команда ҡатнаша, һәммәһенә лә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Илдар Аҡъюлов.