Йәмғиәт
15 Сентябрь 2023, 16:40

Был ҙур бәйге Өфө, Архангел һәм Ғафури райондарында үтәсәк

17 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт  концерт залында тантаналы рәүештә “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геология чемпионаты асыласаҡ.

Был ҙур бәйге  Өфө, Архангел һәм Ғафури райондарында үтәсәкБыл ҙур бәйге  Өфө, Архангел һәм Ғафури райондарында үтәсәк
Был ҙур бәйге Өфө, Архангел һәм Ғафури райондарында үтәсәк

17 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт  концерт залында тантаналы рәүештә “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геология чемпионаты асыласаҡ.

Чемпионаттың ярыштары Өфө, Архангел һәм Ғафури райондарында уҙасаҡ. Эксперттар һәм белгестәр “ГеоВызов”ты үткәреү урынының дөрөҫ һайланыуына шикләнмәй, сөнки Башҡортостан үҙенең тәбиғи байлыҡтары менән дан тота. Республика биләмәһендә өс ҡурсаулыҡ һәм милли тәбиғәт паркы бар.

Төбәктә асыҡ һауалағы геология музейы булыуы ла киң билдәле, ул – Ағиҙел йылғаһы яры буйлап 20 километрға һуҙылған Стәрлетамаҡ шихандары. Уларҙың йәше 300 миллион йыл булыуына хайран ҡалырлыҡ. Республиканың тағы бер ғорурлығы – Шүлгәнташ мәмерйәһе, ул ошо уҡ исемдәге ҡурсаулыҡта урынлашҡан.

“Сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән командаларҙың республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәте менән таныша һәм төбәктең геологик үҙенсәлектәре тураһында күберәк белә аласағы беҙҙең өсөн ҡыуаныслы. Улар тиҫтерҙәре менән элемтә булдырасаҡ, тармаҡтың эксперттары менән аралашасаҡ. Бындай саралар күберәк мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы йәлеп итә, геология менән бәйле һөнәрҙәрҙең ҡыҙыҡлы һәм киләсәге ҙур икәнен күрһәтә”, – ти “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәтенең баш геологы Наил Монасипов.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас