Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь , 14:30

Баскетбол – уҡыусыларҙың яратҡан уйыны

“Уфимец” баскетбол клубы “Әйҙә уйнарға” бөтә Рәсәй уйындар фестивалендә уйын майҙансығы ойошторҙо, спортсылар оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.

Баскетбол – уҡыусыларҙың яратҡан уйыны
Баскетбол – уҡыусыларҙың яратҡан уйыны

Был майҙансыҡта ярыштар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре һәм сығыштар үткәрелде. Фестиваль ҡунаҡтарын “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһында ҡатнашыусыларға әҙерләнгән 4500 туп һалынған йәшник йәлеп итте. Был туптар артабан ярыштарҙа ҡатнашҡан мәктәптәргә таратыласаҡ. Быйыл баскетбол лигаһында республиканың 1117 мәктәбе ҡатнашты.

Фото: "Әйҙә уйнайыҡ" фестиваленең матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в