Тағы нимә белергә кәрәк:
*Тулы булмаған эш көнөнә сығырға мөмкин. Эш көнө дауамлылығының сабыйҙы тәрбиәләргә мөмкинлек биреүе шарт. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән ата-әсәләр йәки опекундар ай һайын пособие ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар тулы булмаған көнгә эшкә сыға ала. Бындай осраҡта, баланы ысынында кем ҡарай, пособие шул кешегә түләнә.
*3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса ял осоронда эшләү өсөн етәкселек менән алдан уҡ смена оҙайлығы һәм эш көндәре һаны тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк.
*Йәш әсәләр командировкаларҙан, өҫтәлмә һәм төнгө эштәрҙән, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тарта ала.
*Бала ҡарау буйынса ялды эшкә сығыу өсөн туҡтатырға, ә һуңынан йәнә рәсмиләштерергә мөмкин.
*Бала ҡарау буйынса ял ваҡытында ата-әсәнең эш урыны һаҡлана.
*Хеҙмәт хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, Онлайнинспекция.рф порталында «Проблема хаҡында хәбәр итергә» сервисы аша мөрәжәғәт итегеҙ