Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь , 16:00

Яңы файҙалы ҡаҙылма табыу – киләсәккә нигеҙ һалыу ул

Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында I “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы булып үтте. 

Яңы файҙалы ҡаҙылма табыу – киләсәккә нигеҙ һалыу ул
Яңы файҙалы ҡаҙылма табыу – киләсәккә нигеҙ һалыу ул

Был бәйге Башҡортостандың Өфө, Архангел һәм Ғафури райондарында 16 сентябрҙән алып 22-нә саҡлы уҙғарыла.

Сәхнәгә бер-бер артлы “ГеоВызов!” тип яҙылған махсус форма кейгән командалар күтәрелә. Һәр колоннаның башында үҙ уҡыу йортоноң исеме яҙылған транспарант тотҡан һәм ап-аҡ махсус кейемдәге буласаҡ геолог ҡыҙыҡай атлай.

Уларҙың сәхнәгә сығыуы ошо команда алдан уҡ төшөргән видеоклиптар менән оҙатылып барҙы. Өфө, Мәскәү, Владивосток, Санкт-Петербург, Төмән, Ҡазан, Грозный... – барлығы 20-нән ашыу команда йыйылған чемпионатҡа. Бында шулай уҡ Ҡаҙағстандың Усть-Каменогорск ҡалаһынан  килгән команда ла бар.

“Илебеҙҙең барлыҡ геологик юғары уҡыу йорттары вәкилдәрен йыя алыуыбыҙға бик шатмын, – тине Рәсәйҙең Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров. – Һәр төбәктең үҙ геологик үҙенсәлектәре бар. Башҡортостан тәбиғәте геологик киҫелештең барлыҡ эталондарына эйә. Һәр технологик сылбырҙың минерал-сеймал базаһынан башланыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Геологик  тармаҡтың киләсәге ҙур. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың һәр яңы сығанағы – киләсәккә нигеҙ ул”.

Бөгөнгө сараның мөһимлеген аңлау һәм унан алынған тәьҫораттар һеҙҙең күңелдәрҙә ғүмер буйы һаҡланыр тип уйлайым, тине Федераль агентлыҡ етәксеһе, буласаҡ геологтарға мөрәжәғәт итеп.

Чемпионатты асыу тантанаһы сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды. Ә студенттарҙы бөгөн “Геоэкоһуҡмаҡ” проектының геологик маршруты һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтә.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в