Киләһе йылда ебәк күбәләктәр бер миллион самаһы гектар майҙандағы урманға зыян килтереүе ихтимал. Был хаҡта Урманды Һаҡлау буйынса үҙәктең Башҡортостандағы идаралығы хәбәр итә. Әлеге мәлдә белгестәр күҙәтеү эштәре үткәрә, район биләмәләре тикшерелә, өлгөләр йыйыла, анализ үткәрелә. Ебәк күбәләге ҡышҡылыҡҡа киткән участкаларҙы билдәләй.
Ебәк ҡорто ояларын анализға алалар, уның һөҙөмтәһе буйынса йәшәү дәрәжәһе асыҡлана һәм уртаса һаны билдәләнә. Һәр урман хужалығында уртаса 10 оя йыйыла. Белгестәр әйтеүенсә, бындай өлгөләр республиканың көньяҡ өлөшөндә күп.
Быйыл ебәк күбәләге ҡаршлауыҡтары яҡынса 1 миллион гектар майҙанда урманға зыян иткән. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, киләһе йылда ла ойошндай уҡ күләмдәге майҙанға хәүеф янай. Белгестәр фаразланыуынса, эпидемия көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итә. Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош райондары күберәк зыян күреүе ихтимал.
Автор фотоһы.