Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь , 15:30

Ерҙәге боронғо тормошто улар беләме?

Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геология чемпионаты дауам итә. Бөгөн буласаҡ геологтар Шишмә районындағы “Патриот” паркындағы сараларҙа ҡатнашты.

Ерҙәге боронғо тормошто улар беләме?
Ерҙәге боронғо тормошто улар беләме?

Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геология чемпионаты дауам итә. Бөгөн буласаҡ геологтар Шишмә районындағы “Патриот” паркындағы сараларҙа ҡатнашты.

Геология өлкәһендәге белемде һынап ҡарау буйынса чемпионатта 12 ярыш ҡаралған. Был сараларҙың тәүгеһе – палеонтология буйынса.

“Палеонтология – Ер шарындағы боронғо тормош тураһындағы фән. Имтихан ваҡытында беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙарға өсәр өлгөнән торған коллекция  бирелә, улар был өлгөнөң ниндәй йән эйәһе организмына ҡарағанын, уның ниндәй дәүерҙә йәшәгәнен билдәләргә тейеш”, – ти палеонтолгия буйынса ярыштың судьяһы Гүзәл Данукалова. – “Артабан улар был организмдың ниндәй мөхиттә көн күргәнен әйтеп биреү һәм һөлдәнең морфологияһын төҙөү бурысы ҡуйыла”.

Г. Ә. Данукалова – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү   үҙәге Геология институтының геолог-палеонтологы. Уның әйтеүенсә, чемпионатҡа йомғаҡ яһағанда һәр бәйге буйынса алдынғылар ҙа иғлан ителәсәк.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в