Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 10:00

Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле

Ә һеҙҙең төбәктәге мәктәптәрҙә Тимур командалары бармы? 

Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтлеФәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле
Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле

“Бар ерҙә көҙгө уңышты йыйыу осоро бара. Беҙҙең 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары Рамаҙан һәм Фәниҙә Мөхәмәтғәлиндәр ғаиләһенә картуф алышырға ярҙам итеште. Күктәребеҙ тыныс, аяҙ, "Физрук" ағайыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ!” – тип яҙҙылар Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Был мәктәп районда иң алдынғыларҙан һанала, ҡыпсаҡтар (ауылдың халыҡ телендәге исеме – Ҡыпсаҡ) уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла шәптәр.

Ә һеҙҙең яҡтарҙағы мәктәптәрҙә Тимур командалары бармы? Балалар ололарға ярҙам итергә йөрөймө?

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/abdulmambet_school

Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле
Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле
Фәниҙә һәм Рамаҙан Мөхәмәтғәлиндәр балаларға рәхмәтле
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас