Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 22:00

"Әсәйемдән оялам..."

- Һиңә генә дөрөҫөн әйткәс әйтәйем инде, минең әсәйем бар бит ул, - тип шаҡ ҡатырҙы Гүзәл.

"Әсәйемдән оялам..."
"Әсәйемдән оялам..."

Бер танышым бар. Ул шул тиклем нәзәкәтле, наҙлы, һылыу ҡыҙ. Һөнәре лә үҙенең булмышына тап килеп тора кеүек – артист.

Әле ул бер эшҡыуар менән осраша. Шундай матур, бер-береһенә тура килеп торған пар үҙҙәре. Эдик бай һәм республикала билдәле ғаиләнән, уның атаһы – билдәле дәүләт эшмәкәре, әсәһе – ғалим һәм табип. Ә бына Гүзәл етем... Тип уйлай инем мин.

Оҙаҡламай улар никахлаша, әле пыр туҙып туйға әҙерләнеп йөрөйҙәр. Ҡунаҡтар саҡырылған, ҡиммәтле ресторан һәм күлдәк һайланған. Тик бына Гүзәлдең яғынан әхирәттәренән башҡа бер кем дә булмаясаҡ. Ул быға артыҡ бошонмай ҙа кеүек.

Бер көн уның менән яҡынданыраҡ һөйләшеп киттек.

- Һиңә генә дөрөҫөн әйткәс әйтәйем инде, минең әсәйем бар бит ул, - тип шаҡ ҡатырҙы Гүзәл.

Әсәһе ябай ауыл ҡатыны икән. Ул республикабыҙҙың төпкөл райондарында урынлашҡан бәләкәй генә ауылда йәшәп ята. Ире менән егерме йыл тороп, балалары булмағас, айырылғандар. Йәмәғәте ғәйепте ҡатынында тип уйлап, уны ҡалдырып киткән. Ә ҡырҡ йәштән үткәс, әсәһе осраҡлы кешенән ауырға ҡала һәм ғүмер буйы көткән ҡыҙы донъяға килә...

Өлкәнәйеп бала тыуҙырған ҡатынға сабыйының бик татлы булыуы аңлашыла. Тормоштары ауыр булһа ла, ул ҡыҙын кәм-хур итмәҫ өсөн көн-төн эшләй. Эйе, әсәһенең белеме юҡ, мәктәптә иҙән йыйыусы. Тик егәрле ҡатын йәшәү өсөн әмәлен табып тора. Йәй буйы еләк, бәшмәк йыя, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә. Уларҙы йә шул көйө, йә эшкәртеп ҡала баҙарына алып барып һата. Ике һыйыр тота, һөт, ҡаймаҡ, май, ит шулай уҡ һатыуға китеп тора. Ирһеҙ ҡатынға бесән эшләү, мал ҡарау, ҙур баҡса тотоуҙың нисек ауыр булыуы тураһында әйтеп тә тороу кәрәкмәйҙер. Тик ул әмәлен таба, тормошона һис зарланмай.

Ә бына Гүзәлгә бер эш тә ҡушмай. “Ауыл тормошо бала өсөн ауыр, - ти. - Эшләп өлгөрөрһөң”. Ул сибәр ҡыҙын иркәләп үҫтерә, һәр ваҡыт уны маҡтап ҡына тора: “Һин сибәр, талантлы. Минең кеүек ауылда ауыр эш башҡарып йәшәргә тейеш түгелһең. Өфөләге иң яҡшы уҡыу йортона, артистар белем ала торғанына барырһың...”

Берҙән-бер ҡыҙы сәнғәт академияһына уҡырға инһен өсөн һыйырҙарын арттыра, тағы ла тырышыбыраҡ эшләй. Гүзәл теләгенә өлгәшә, тик коммерция бүлегенә эләгә. Әсәһе бошмай, уны уҡытыу, башҡаларҙан кәм күрһәтмәү өсөн аҡсаһын табып ебәреп тора.

- Мине аңла. Уҡыған саҡта нәзәкәтле, талантлы кешеләр менән аралаштым. Ауылдан яныма әсәйем килһә, иптәштәрем алдында ояла инем. Ул, алтмышты үткән әбей, өҫтөнә йүнле кейем дә алып кейә белмәй. Йәмһеҙ булып ҡартайҙы. Башҡаларҙың ата-әсәһе йәш, матур кейенә, аҡсалы, шат күңелле. Ә минеке... - тип тағы шаҡ ҡатырҙы Гүзәл.

Эдик менән осраша башлағас, уға, ғөмүмән, әсәһе тураһында өндәшмәй. “Мин – етем” ти ҙә туғандары тураһында һорамауҙы үтенә.

- Уның ата-әсәһе кем икәнлеген беләһең. Нисек инде мин уларҙы үҙемдең әсәйем менән таныштырайым? Оят бит. Әсәйем мине аңланы, үпкәләмәй. Уның өсөн мин бәхетле булһам, еткән. Кәрәк саҡта шылтыратам, үҙенән шылтыратмауҙы үтендем. Өйләнешкәс, ныҡлап йәшәп киткәс, бәлки, әйтермен... Әле, Эдиктан арттырһам, аҡса ебәреп торам бит үҙенә.

Бына шундай хәлдәр. Кемдер, бәлки, Гүзәлде аңлар, ә минең уның менән башҡа аралашҡым да килмәй...

Фото: youtube.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: