Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 20:40

"Әйҙә уйнарға!" федераль статус аласаҡ

"Был бик дөрөҫ һәм актуаль сара. Мәғариф министрлығы уны үҙ ҡанаты аҫтына алырға һәм финанслау мөмкинлеген ҡарарға әҙер", – тине Сергей Кравцов.

"Әйҙә уйнарға!" федераль статус аласаҡ
"Әйҙә уйнарға!" федераль статус аласаҡ

18 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар республикала “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы, Башҡортостанда мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөү, шул иҫәптән концессия килешеүҙәре нигеҙендә, пландарын тикшерҙе. Бөтә эштәрҙе раҫланған график буйынса башҡаралар, объекттар ваҡытында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

– Афарин! Башҡортостан – Рәсәй төбәктәре өсөн яҡшы эш өлгөһө, – тип йомғаҡланы Сергей Кравцов.

Министр шулай уҡ 14-17 сентябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында үткән Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға!” беренсе уйындар фестивален ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар уйынсыҡтары байрамы йыл һайын үткәреләсәген иғлан итте.

– Дүрт көн эсендә фестивалгә 250 меңдән ашыу ҡунаҡ килер тип көтмәгәйнек. 140-тан ашыу тауар етештереүсе үҙ продукцияһын тәҡдим итте, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылда ватан әкиәт һәм мультипликация персонаждары парадын ойошторорға ниәтләйбеҙ.

Мәғариф министры “Әйҙә уйнарға!” фестиваленә федераль статус бирергә тәҡдим итте.

– Был бик дөрөҫ һәм актуаль сара. Мәғариф министрлығы уны үҙ ҡанаты аҫтына алырға һәм финанслау мөмкинлеген ҡарарға әҙер, – тине Сергей Кравцов.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: