Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусының «Кибер-ателье» лабораторияһы Башҡортостан Республикаһының эшкә һәләтле йәштәге өлкәндәрҙең ҙкейем үлсәме типологияһын булдырыу буйынса күләмле тикшеренеүҙәр башланы. Ошо маҡсатта бында кешенең һанлы игеҙәге нигеҙендә кейем етештереү өсөн антропометрик параметрҙар алыу технологияһы эшләнә.
Хатта күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең дә атропометрик параметрҙары бер-береһенән айырыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ӨДНТУ уҡытыусыһы, фәнни проекттың етәксеһе Ольга Будеева. Тап шуға күрә лә кейемде проектлау һәм етештереү өсөн үлсәм типология булдырыла.
Теләгән һәр кем контактһыҙ ысул менән кешенең һанлы игеҙәгенән антропометрик параметрҙар алыу буйынса ғилми-тикшеренеү проектында ҡатнаша ала. Башҡортостанда йәшәгән 25-64 йәшлек ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сканер аша үтәсәк.
Быны октябрь аҙағына тиклем Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 145 адресы буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетының 12-се корпусында эшләргә мөмкин. Түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/6480623bd0468841ffc7eb0e/
Лаборатория әлеге ваҡытта Өфөлә «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Башҡортостан Республикаһының вуз-ара кампусында урынлашасаҡ.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21765/