Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко төбәктәрҙең һәм федераль ведомстволарҙың һанлы трансформация етәкселәре менән эш кәңәшмәһендә дәүләт сервистарын «ГосТех» платформаһына күсереү буйынса эште көсәйтергә саҡырҙы.
- Президент Владимир Путиндың указы буйынса 2024 йылдың 1 ғинуарынан төбәктәргә «ГосТех» платформаһында дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырырға һәм сафҡа индерергә кәрәк. Йыл аҙағына тиклем дәүләт сервистарын, 24 федераль башҡарма власть органын һәм 11 пилот субъектын платформаға күсерергә тейешбеҙ, - тип билдәләне Дмитрий Чернышенко.
Башҡортостан Республикаһы «ГосТех» платформаһына күсерелгән башҡа субъекттарҙың ҡарарҙарын һынауҙа ҡатнаша. Күпселек осраҡта республикала ошондай уҡ эшләнмәләр бар, улар ведомстволарҙың административ процестарында әүҙем ҡулланыла.