Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь , 17:30

Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде

Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр, ағас материалдары һәм башҡа ҡорамалдар оҙатты.

Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде
Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса сираттағы гуманитар ылау махсус хәрби операция үткәреү зонаһына - Луганск Халыҡ Республикаһына барып етте. Башҡортостан хәрбиҙәре, шулай уҡ Красный Луч ҡалаһы халҡы гуманитар ярҙам алды.

Колонна Өфөнән 15 сентябрҙә сыҡты. Был - Башҡортостан Донбассҡа ебәргән 94-се гуманитар конвой. Уның составында 75 кеше һәм 39 берәмек техника, шул иҫәптән 23 йөк автомобиле һәм ике трал бар. Йөктө йыйыуҙа республиканың 11 муниципалитеты, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, төбәктең предприятиелары һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.

Хәрби бурыстарҙы үтәүсе яугирҙәр юғары үтеүсәнлектәге 28 автомобиль, мобиль мунсалар, биш мотоцикл, төҙөлөш материалдары, 157 кубометр ағас, 64 кубометр утын, генераторҙар, бензопилалар, электр ҡорамалдары,  автомобиль запчастары, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, кейем, шәхси гигиена саралары алды, туғандарынан дарыуҙар һәм посылкалар, маскировка селтәрҙәре, шулай уҡ махсус техника - квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, дронға ҡаршы мылтыҡтар. Йөктө 11 хәрби частың хәрбиҙәре алған.

Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы ла үҙҙәре өсөн кәрәкле әйберҙәр алған. Улар өсөн айырыуса балаларҙы тәьмин итеү көнүҙәк. Шуға күрә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Луганск Халыҡ Республикаһының 27 мәктәбенә дәреслектәр, китаптар, күргәҙмә әсбаптар, методик әҙәбиәт, ҡорамалдар, спорт ҡорамалдары, оргтехника ебәрҙе. Ә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡыҙыл Красный Луч мәктәптәренең береһенә ҡаҙанлыҡ өсөн насос ебәргән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика яугирҙәре хеҙмәт иткән хәрби частар командирҙарының заявкалары буйынса төбәк бюджеты иҫәбенә юғары технологиялы ҡорамалдар һәм гигиена әйберҙәре һатып алды. Дәүләт комитеты һәм уның ведомство ҡарамағындағы учреждениелар хеҙмәткәрҙәре йыйылған аҡсаға яралыларҙы ташыу өсөн йыһазландырылған “УАЗ” автомобиле һатып алған.

Фото: mchsrb

Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде
Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде
Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде
Яралыларҙы ташыу өсөн махсус машина ла ебәрелде
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в