

Ошо көндәрҙә “Уралсиб” банкы клиенты яҙ көнө махсус иҫәпкә һалынған аҡсаһын алырға ниәтләгән, әммә... бығаса проценттар ярҙамында артып ятырға тейешле 8 миллион һум аҡсанан елдәр иҫкән.
Асыҡланыуынса, был кеше бер нисә ай элек банкка мөрәжәғәт иткән, килешеү төҙөгән аҡсаны иҫәпкә күсергән, касса ордерҙары алған. Был эштәрҙең барыһы ла офис төркөмө етәксеһе Лилиә Тәхәүетдинова яуаплылығында башҡарылған.
Сентябрҙә иһә банк клиенты аҡсаһын кире алырға ниәтләгән, мәгәр учреждениела уның исемендә бер ниндәй ҙә иҫәп асылмаған, банкка аҡса күсмәгән, тип яуап биргәндәр һәм шәхсән Тәхәүетдиноваға мөрәжәғәт итергә ҡушҡандар.
Әлеге ваҡытта был ҡатындың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ә клиент яллаған юрист банкка судҡа тиклемге дәғүә йүнәлткән һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап иткән.
Әлегә был ваҡиғаның нимә менән тамамланыуы билдәһеҙ, тикшереү эштәре башланып ҡына тора. Был хәл бынан бер нисә йыл элек тотош Рәсәйгә яңғыраған Луиза Хәйруллинаның тарихын хәтерләтә. Ул саҡта Салауат ҡалаһындағы банкта эшләүсе ханым 25 миллиондан ашыу һум аҡса урлап, ҡасып киткәйне. Әлеге ваҡытта ул хөкөм ителгән, тейешле язаһын ала.
Фото: s12.stc.yc.kpcdn.net