Йәмғиәт
20 Сентябрь 2023, 18:45

Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы геологик белем биреүҙең мөһимлеген билдәләне һәм чемпионатта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осраштыРадий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты

20 сентябрҙә Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Геовызов»беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы геологик белем биреүҙең мөһимлеген билдәләне һәм чемпионатта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

– Һеҙ уҡыу һәм, моғайын, киләсәк эш өсөн бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш һайлағанһығыҙ. Геология - илебеҙ өсөн бик яҡшы һөнәр, биләмәлә ҙур тәбиғәт байлыҡтары һаҡлана. Уларҙы ҡулланыуға бик һаҡсыл ҡарарға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Мәҫәлән, Башҡортостан территорияһында «Янғантау» геопаркы урынлашҡан, ул БДБ-ла беренсе булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алды. Чемпионат сиктәрендә республикабыҙ буйлап экскурсиялар планлаштырылған. Шуға күрә һеҙгә ваҡытығыҙҙы күңелле һәм файҙалы үткәреүегеҙҙе, чемпионатта лайыҡлы сығыш яһауығыҙҙы теләйем. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170670.html

Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров “Геовызов” беренсе халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар менән осрашты
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас