

Мәхмәт Самсар Рәсәйҙәге биш йыллыҡ дипломатик миссияһын республикабыҙға сәфәр менән тамамлай.
Осрашыуҙа иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
– Берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәрен нығытыуға ҙур өлөш индерҙегеҙ. Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше яҡшы тиҙлек менән үҫешә, – тине Радий Хәбиров.
Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе Башҡортостан Башлығына хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
– Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Истанбулда Башҡортостан вәкиллеген астыҡ. Ә Башҡортостанда Төркиәнең Өфөләге Почетлы генераль консулы эшләй башланы. Был - беҙҙең үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү өсөн мөһим аҙым, – тине Мәхмәт Самсар.
Төбәк Башлығы Төркиә бизнесы менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә яңы башланғыстар хаҡында һөйләне һәм сит ил делегацияһын Башҡортостанға саҡырҙы.
Фото: glavarb.ru