

Күгәрсен районында ла ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына әүҙем ярҙам ойоштора.
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең Бөтә Рәсәй "Юнармия" хәрби-патриотик ижтимағи хәрәкәтенең район бүлексәһе етәксеһе Зәкирә Райманова ауылдағы тормоштоң үҙенсәлектәрен, хужалыҡ алып барыуҙың ауырлыҡтарын яҡшы белә. Шуға ла улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Валентина Юдахина инәйгә ярҙамға мәктәп балаларын ойошторған. Валентина Петровна Йомағужа ауылында йәшәй, уға ауылдың 2-се мәктәбендә уҡыған 7-се класс уҡыусылары ярҙамға килгән. Зәкирә Ғәйзулла ҡыҙы менән бергә балалар өй тирәһен йыйыштырған, баҡсаны тәртипкә килтергән. Әлбиттә, көтөлмәгән ярҙамға хужабикә ныҡ ҡыуанған, уҡыусыларға рәхмәт әйтеп бөтә алмаған.
Йомағужа уҡыусыларына "Афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ. Шундай ярҙамсыл балалар булғанда, ваҡытлыса терәкһеҙ ҡалған өлкәндәр көнкүреш мәшәҡәттәрен яңғыҙ атҡармаҫ!
Сығанаҡ: райондың социаль селтәрҙәге төркөмө.