Йәмғиәт
25 Сентябрь 2023, 15:30

Ҡаҙаҡтар менән хеҙмәттәшлек нығына

Бөгөн Астана ҡалаһында "Иннопром. Ҡаҙағстан" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе башланды.

Ҡаҙаҡтар менән хеҙмәттәшлек нығынаҠаҙаҡтар менән хеҙмәттәшлек нығына
Ҡаҙаҡтар менән хеҙмәттәшлек нығына

Унда республиканың ҙур стенды ла урынлашҡан.

Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлектең төп ҡаҙаныштары һәм перспективалары тураһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һөйләне.

– Башҡортостан өс йыл дауамында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Бөгөн донъяның 112 иле менән эш итәбеҙ, быйыл иһә Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 5,3 процентҡа артты. Сара сиктәрендә республикалар араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы”на ҡул ҡуябыҙ. Уға “Башҡорт-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге” проекты ла инәсәк.

"Иннопром. Ҡаҙағстан" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан 221 квадрат метр майҙанлы күп кимәлле тематик стенд тәҡдим итә. Ул “Башҡортостан сода компанияһы” менән берлектә әҙерләнгән.

 

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас