Йәмғиәт
25 Сентябрь 2023, 14:50

“Башҡортостан-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге” проекты буласаҡ

“Иннопром. Ҡаҙағстан” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустинға, Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министры Алихан Смаиловҡа, Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченкоға һәм Ҡырғыҙ Республикаһы Министрҙар Кабинеты Рәйесе Аҡылбәк Жапаровҡа Башҡортостандың сәнәғәт һәм инвестиция потенциалын тәҡдим итте

“Башҡортостан-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге” проекты буласаҡ“Башҡортостан-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге” проекты буласаҡ
“Башҡортостан-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге” проекты буласаҡ

Астанала асылған ҙур форум 25-27 сентябрҙә үтәсәк.

Башҡортостан Премьер-министры республиканың сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге федераль рейтингында алдынғы өс төбәк иҫәбендә булыуын, илдә фәнни-технологик үҫеш буйынса дүртенсе һәм кластерҙар һаны буйынса беренсе булыуын билдәләне. Шулай уҡ ул Ҡаҙағстан һәм Беларусь менән тауар әйләнеше үҫеүен атап үтте.

– Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек нығый. Беҙ “Башҡортостан-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге” проектын әҙерләйбеҙ. Программа өлкән быуынға Республика Хөкүмәте субсидиялары иҫәбенә арзан хаҡтар буйынса партнер илдәргә сәйәхәт итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Андрей Назаров.

– Йәш быуын өсөн дә шундай уҡ проект эшләү яҡшы булыр ине, – тине Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин.

Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы:

– Башҡортостан менән кооперация уңышлы бара. Яҡтарҙың теләге булғанда, барыһы ла уңышлы килеп сыға, – тине ул.

Әйткәндәй, "Иннопром. Ҡаҙағстан" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан 221 квадрат метр майҙанлы күп кимәлле тематик стенд тәҡдим итә.

 

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас