

Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһын йөҙөп барған мышыға катерҙан атыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығы хеҙмәткәрҙәре браконьерҙы тотоуҙары тураһында хәбәр итте.
37 йәшлек ир катерҙа китеп барғанда, мышыны күреп ҡалып, уға ата. Мылтығы бер ерҙә лә теркәлмәгән була. Яраһынан һәләк булған мышыны ул кәмә ярҙамында ярға сығара һәм бүлгеләй башлай. Яҡынлашып килгән катерҙы күреп ҡалыу менән, итен, тиреһен һыуға ташлап ҡаса.
Полиция хеҙмәткәрҙәре браконьерҙың мылтығын һәм патрондарын таба. Ул үҙе иһә ғәйебен шунда уҡ таный. Законһыҙ рәүештә мышы атҡан өсөн уны ике йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Фото: “Моя Уфа”.