

Күгәрсен районының иң әүҙем, берҙәм ауылдарының береһе Бикбулатта Уңыш байрамы үткәргәндәр. Әйткәндәй, бикбулаттар быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсында үҙ номинацияһында еңеүгә лайыҡ булғайны.
Ауыл мәҙәниәте алдында йәрминкә гөрләгән, йыр-моң яңғырап торған. Бында уңған хужабикәләр бешергән тәмле ризыҡтарҙы, баҡсала үҫтерелгән йәшелсәне, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән төрлө турама, һөт аҙыҡтарын, бал һатып алырға мөмкин булған. Әҙер миндек, селек һеперткегә тиклем килтергән уңған бикбулаттар. Байрамға килгән һәр кеше тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, хуш еҫле самауыр сәйе менән дә һыйланған.
Көҙгө сыуаҡ көндә мул уңышҡа һөйөнөшөп, үҙ-ара рәхәтләнеп аралашып, йыр-моңдан күңеленә ял алып таралышҡан ауыл халҡы.
Сығанаҡ: Күгәрсен районының, Бикбулат ауылының социаль селтәрҙәренән.
Фотолар:vk.com/album-6502415_296696359