

Аҙна уртаһында Башҡортостанда һауа температураһы бер градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.
Синоптиктар алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо ҡоро һәм йылы буласаҡ, тип вәғәҙә итә.
Ә бына төнгө температура күпкә түбәнгә төшәсәк.
Иртәгә, 27 сентябрҙә, ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә 6-11 градус йылы буласаҡ, урыны менән 1 градус йылыға тиклем етәсәк. Көндөҙ 15-20 градус йылы вәғәҙәләйҙәр.
Уларҙың һүҙҙәренсә, кесаҙна, 28 сентябрҙә лә, ошондай уҡ һауа торошо көтөлә.
Автомобилдә йөрөүселәргә айырыуса иғтибарлы булыу фарыз: юлдарҙа иртәнге сәғәттәрҙә ҡуйы томан көтөлә, күреү ихтамаллығы 500 метрҙан артмаясаҡ.
Фото: cs13.pikabu.ru