Йәмғиәт
26 Сентябрь 2023, 16:25

Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты

Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан бәйләнештәрҙе нығыта.

Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡтыБөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты
Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты

Бөгөн Бөрө ҡалаһы менән Беларусь Республикаһының Гродно өлкәһе Волковыск ҡалаһы араһында икенсе халыҡ-ара «Тарихҡа тәҙрә» телекүпере үтте.

Телекүперҙең төп темаһы булып ҡалаларҙың тарихи-мәҙәни мираҫы, матди булмаған һәм матди мәҙәниәтте, һөнәрселекте үҫтереү, шулай уҡ Бөрө һәм Волковыск музейҙарының презентацияһы торҙо.

Телекүпер Бөрө районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Волковыск ҡалаһында П.И. Багратион исемендәге Хәрби-тарих музейында үтте.

Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов ике ҡала араһында йылы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлашыуына шат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Беларусь Республикаһының Гродно өлкәһе Волковыск башҡарма комитеты рәйесе Михаил Ситко сығыш яһаны. Быйыл ул Бөрө ҡалаһында булған һәм сәфәрҙән ыңғай тәьҫораттар ғына алып ҡайтыуы тураһында һөйләне.

Телекүпергә Беларусь Республикаһының Башҡортостандағы Сауҙа вәкиллеге етәксеһе Константин Климин ҡушылды. Сәнәғәттә, эшҡыуарлыҡта һәм туризм тармағында иҡтисади хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтереүсе ике республика араһында хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне.

Онлайн-осрашыуҙа ҡатнашыусылар Бөрө тарихи музейы, һөнәрселәр һәм Бөрө ҡалаһы менән таныша алды.

Бөрө менән Волковыск оҡшаш. Икеһе лә халыҡ һаны буйынса бер кимәлдә тора, икеһе лә ҡәлғә булараҡ барлыҡҡа килгән, Бөйөк Ватан һуғышын кисергән һәм фашизмды еңгән.Ҡалаларҙың һәр береһендә бай мәҙәни йолалар, берләштергән фундаменталь ҡиммәттәр бар.

Волковыск район башҡарма комитетының спорт һәм туризм секторы буйынса баш белгесе Наталья Господарик Волковыск районының туристик потенциалы менән таныштырҙы.

Волковыск районының төрлө яҡлы иҡтисадының нигеҙен агросәнәғәт комплексы тәшкил итә, унда мәшғүл халыҡтың өстән бер өлөшө тиерлек эшләй. Район архитектура ҡомартҡыларына һәм иҫтәлекле урындарға бай. Мәҙәни тормош гөрләй.

«Волковыск район һөнәрселек үҙәге» дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы директоры Светлана Кудош өлкәнең милли кәсептәре һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы менән таныштырҙы.

Телекүперҙә ҡатнашыусыларға Волковысктың тарихи мираҫы тураһында П.И. Багратион исемендәге Хәрби-тарих музейы директоры Егор Гиз һөйләне.

Беларусь Республикаһы ҡунаҡтарын уҡыусылар сәләмләне. Сарала ҡатнашыусылар иһә ике республика байтаҡ уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға планлаштыра.

Фотолар Бөрө районы хакимиәтенән алынды.

 

Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты
Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты
Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты
Бөрө менән Волковыск араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡты
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас