Йәмғиәт
26 Сентябрь 2023, 13:50

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан дуҫлығының сиге юҡ

“Иннопром. Ҡаҙағстан” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан дуҫлығының сиге юҡБашҡортостан менән Ҡаҙағстан дуҫлығының сиге юҡ
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан дуҫлығының сиге юҡ

Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм инвестициялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

Төбәк Министрҙар кабинеты Башлығы билдәләүенсә, Ҡаҙағстан төп партнерҙарҙың береһе булып тора һәм тышҡы сауҙа әйләнешендә икенсе урынды биләй (11,5%). Партнерлыҡты нығытыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы тип Премьер-министр сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек үҙәктәрен, ә улар сиктәрендә төп транспорт-логистика инфраструктураһын булдырыуҙы атаны. Был килешеүҙәр 2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәте, Ҡаҙағстандың Сауҙа һәм интеграция министрлығы һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Башлығы араһындағы меморандумда нығытылды.

Урта һәм Төньяҡ Уралдың көнсығыш райондарын Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай, Түбәнге Волга һәм Кавказ төбәктәре менән тоташтырыусы 160 км оҙонлоғондағы “Сибай – Подольск – Новорудная” тимер юл линияһын төҙөүҙән ҙур һөҙөмтә көтөлә. Планлаштырылған йөк әйләнеше йыл һайын 10 миллион тоннанан ашып китәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе илдәр менән финанс үҙ-ара эш итеү мәсьәләләренә айырым туҡталды. Сентябрҙә Башҡортостанда, Рәсәйҙең өс төбәге менән бер рәттән, партнерлыҡ финанслауы буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу башланды. Экспорт-импорт операцияларын ябайлаштырыу өсөн Ҡаҙағстанда Башҡортостан Сауҙа йортон асыу планлаштырыла.

— Хәҙер беҙ ихтыяжды өйрәнәбеҙ һәм кәрәкле инфраструктура булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ, ислам банкингы өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Беҙгә шулай уҡ ”Астана” халыҡ-ара финанс үҙәге менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү мөһим. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән тейешле килешеү төҙөлдө, – тине Андрей Назаров.

Сығыштың ҙур блогы Ҡаҙағстан менән сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүгә ҡағылды. Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстан партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә иҫәп тота. Андрей Назаров шулай уҡ фәнни-белем биреү партнерлығын өҫтөнлөклө тип атаны. Башҡортостан вуздарында Ҡаҙағстандан 831-ҙән ашыу студент белем ала. Фәнни һәм мәғариф хеҙмәттәшлеге тураһында 86 килешеү төҙөлгән.

Туризм өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек үҙенсәлекле ”Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты аша алып барыла. Ул өлкән быуын граждандарына йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә турҙар дәүләт тарафынан субсидиялана.

Ике төбәктең партнерлығы һәм дуҫлығы ошо йүнәлештәр менән генә сикләнмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Ул Ҡаҙағстанда Башҡортостан көндәрен һәм Башҡортостанда Ҡаҙағстан көндәрен үткәрергә тәҡдим итте һәм Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең ХХ форумын ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас